+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
17 Октября 2021, 05:50

Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла

2021 йылда Рәсәй төбәктәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу эштәре дауам итә.

Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асылаБашҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла

Улар Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Мейәс ҡалаларында һәм Ҡыҙыл ауылында, Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында, Свердлов өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында, Пермь крайының Елпачиха ауылында, Ханты-Манси автономиялы округы – Юграның Сорғот ҡалаһында асылды. Ә Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында эшләп килгән башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртылды. Артабан «Баш­ҡорт теле – башҡорт иле» проекты буйынса башҡорт йәкшәмбе мәктәбен Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында асыу планлаштырыла.

Был эштәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы тарафынан Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Йәкшәмбе мәктәбенә ноутбук, кабинет өсөн стендтар, уҡыу әсбаптары һәм уҡытыусыға ай һайын эш хаҡы түләү ҡаралған. Проекттың маҡсаты – башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Башҡорт­остандан ситтә 58 мәктәптә 4 меңдән ашыу бала башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнә. Уларҙың күпселеге Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләрендә ойошторолған. «Башҡорт теле – башҡорт иле» проекты буйынса башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен баш­ҡорт телен өйрәнеү ойошторолмаған мәктәптәрҙә генә асыу ҡаралған. Әлбиттә, был күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорт балалары өсөн туған телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү өсөн ҙур ярҙам булып тора.
Был проекттың киләсәге бик өмөтлө. Иң мөһиме – хал­ҡыбыҙ ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ онотолмай, киләсәк быуынға артабан да таратыла, йәшәй һәм үҫешә.

Илдус ҠАҺАРМАНОВ, Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе.

 

Һүрәттә: Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһындағы
йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Гөлгөнә Ғәббәсова менән.

Сорғот ҡалаһында ла башҡорт телен өйрәнәсәктәр.

Ырымбур өлкәһе Ейәнсура мәктәбендәге башҡорт теле кабинеты.

 

Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыла
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас