+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
20 Ноября 2021, 05:55

Милләтебеҙ киләсәге

«Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы.

Милләтебеҙ киләсәгеМилләтебеҙ киләсәге
Милләтебеҙ киләсәге

Тарихты һүҙ итеп меңәр йылдар буйы һаҡлап килгән сығанаҡ ул. Һүҙ документы». Академик Ғайса Хөсәйеновтың ҡанатлы һүҙҙәре был. Милләтте тел йәшәтә. Туған телендә аралашҡан ғаиләләрҙә сабыйҙарҙың теле «әсәй» тип асыла. Артабан балалар баҡсаһында, мәктәптә тел нескәлектәрен өйрәтеү, уға ҡарата ихтирам тәрбиәләү дауам итә. Туған телеңде белмәй тороп, үҙ илеңдең патриоты булыу мөмкинме икән?
Республикабыҙҙа бәләкәйҙән башҡорт телен яратып, халҡыбыҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынып үҫкән балаларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шуларҙың береһе – Брәтәк мәктәбенең VIII синыфынан Ҡәҙриә Йәрмөхәмәтова.

Халҡыбыҙҙың бөйөк «Урал батыр» эпосы менән дә балалар баҡсаһынан уҡ таныш ул. Ә IV синыфта уҡығанда әҫәрҙең 500 юлын ятлай. Илгизә апаһынан да үрнәк алғандыр инде: ул бит «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең Бөрйән районында уҙған төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булғайны. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн хатта ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнгәйне.
Ҡәҙриә иһә уны уҙҙырып ебәрҙе: 2020 йылда ҡороғорвирус пандемияһы арҡаһында онлайн форматта ойошторол­ған конкурста эпостың 3 мең 700 юлын яттан һөйләп, республика буйынса I урын яуланы. Әлбиттә, бәйгелә ҡатнашыу төрлө яҡлап һәләтле булыуҙы талап итә: үҙеңде сәхнәлә иркен тоторға, нәфис һүҙ оҫтаһы булырға, халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдарында уйнай белергә лә кәрәк.
Ҡыҙ бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ярата. Тыуған яғының тарихы менән ҡыҙыҡһына. Ошо йүнәлештә үткән район, республика конкурс­тарында әүҙем ҡатнаша. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ойошторған топонимика буйынса республика бәйгеһендә ауылының тау исемдәренең тарихтары һүрәтләнгән эше менән уңышҡа ирешкән. Ишембай ҡалаһында уҙған «Әхмәтзәки Вәлиди уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында ла йыл да тиерлек ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайта. Дистанцион бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай Ҡәҙриә. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты ойоштор­ған «Тел сер­ҙәре» интеллектуаль викторинаһында бүләккә лайыҡ бул­ған.
Спортты ла үҙ итә ул: мәктәптең волейбол, баскетбол командаһы составында район ярыштарында ҡатнаша. Өлгәшкән уңыштары өсөн былтыр республика Башлығы Шыршы байрамына саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Ҡәҙриә иншалар яҙырға ярата, шиғыр­ҙар ҙа ижад итә. Афарин! Уның кеүек хал­ҡын тәрән хөрмәт иткән, башҡорт телен яратҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр күберәк булһын ине. Киләсәгебеҙ – улар ҡулында!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас