

– Башҡорт теле дәрестәрен Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башлап ебәргәйнек. Башта кеше әҙерәк булғас, бер төркөм генә эшләне. Әле кескәйҙәр, мәктәп балалары өсөн һәм интернет селтәрендә онлайн рәүештә лә дәрестәр ойошторола. Унда инде мәскәүҙәр генә түгел, башҡа төбәктәрҙән дә милләттәштәребеҙ ҡушыла ала. Ярославль, Санкт-Петербург ҡалаларынан да тел менән ҡыҙыҡһыныусылар бар.
Беҙ клубта балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә уҡыуҙар, төрлө саралар үткәрәбеҙ. Уҙған темаларҙы нығытыу өсөн дәрестәрҙе уйындар, квестар, кисәләр менән аралаштырып алып барабыҙ.
Уҡыуҙан тыш, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнау, башҡорт бейеүе, флористика, арт-терапия буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарып торабыҙ. Бергәләп башҡорт фильмдары менән дә танышабыҙ. Булат Йосопов режиссёрлығында төшөрөлгән «Бабич», «Беренсе республика», шулай уҡ Айнур Асҡаровтың киноларын ҡараныҡ.
Атай-әсәйҙәрҙең дә ҡыҙыҡһынып, ярҙам итергә әҙер тороуҙары ҡыуандыра. Улар, шуны эшләйек, ошо кешеләрҙе саҡырайыҡ, балаларға был тема ҡыҙыҡ булыр ине, тип кәңәштәрен, тәҡдимдәрен әйтеп тора, беҙҙең клуб эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, – ти Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, клубтың етәксеһе Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина.
Мәскәүҙәге башҡорт этно-мәҙәни клубы ике йыл рәттән – 2019/20, 2020/21 уҡыу йылдарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын ота. Был иһә улар өсөн ҙур ярҙам була. Дәрестәр бушлай үткәрелгәс, телде өйрәнергә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күберәк йәлеп ителә. Грантҡа «Ҡомартҡы» тигән онлайн-конкурс ойошторола. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғаризалар ҡабул ителә. Бәйгелә төрлө йәштәгеләр бейеү, һүрәт төшөрөү, йыр, музыка ҡоралдарында уйнау, сәхнәләштәреү кеүек һигеҙ номинация буйынса үҙҙәрен һынай. Конкурстың Гала-концертын үткәреп, ҙур сараға йомғаҡ яһала.
Клубта шөғөлләнеүселәр республикабыҙҙа уҙғарылған «Һаумы, һаумы, әкиәт!», шиғыр һөйләү, һүрәт төшөрөү бәйгеләренән дә ситтә ҡалмай. Йыш ҡына призлы урындар ҙа яулап ҡыуаналар. Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы әйтеүенсә, Башҡортостан менән бәйләнеш ныҡ ҡына, ниндәй генә байрам, конкурс булһынмы, беҙгә әйтеп, иҫкәртеп торалар, шуға республикаға бик рәхмәтлебеҙ, ти ул.
Ләйсән Әхмәҙуллина атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға, балалар һәм студенттарға ярҙам итеү йәһәтенән «Инстаграм» селтәрендә «Балалар өсөн башҡорт теле» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» тигән шәхси блогтарын да алып бара.
– Эш тәжрибәм буйынса күп кенә материал йыйылды. Миңә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерһен, тип уларҙы аккаунттарыма ҡуя башланым. «Балалар өсөн башҡорт теле» @bashkirskiy_dlya_detey – беҙҙең клубтың блогы. Унда дәрес өлгөләре, күрһәтмә материалдар менән бүлешәбеҙ. Ниндәйҙер әйберҙәр эшләһәк тә, күрһәтәбеҙ. Бында башҡортса белмәгән бәләкәстәр өсөн еңел генә шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа, өҫтәл уйындары ла табырға мөмкин. Балаларына телде өйрәтергә теләүсе атай-әсәйҙәр өсөн «Уйыникум» проектыбыҙ бар. Ул беҙгә яҙылыусыларға «Инстаграм»да бушлай таратыла. Бында һандар, логик күнегеүҙәр, буяуҙар, телмәрҙе байытыусы күнегеүҙәр, күләгә театры өсөн өлгөләр, милли кейем менән танышыу уйындары ингән.
Ә Әҙәбиәт институтындағы эшем буйынса ла материалдар «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» @bashkort_tele_azabiate аккаунтына тупланды. Унда беҙ студентарға башҡорт телен өйрәтәбеҙ, – ти Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы.
Олоһона ла, кесеһенә лә башҡорт телен өйрәтәм, тип бар күңелен һалып эшләп йөрөгән Өфө ҡыҙы яҡташтарын клубҡа күберәк саҡырып, бергә тупларға, сит ерҙә бер-береңә терәк-таяныс булып, ярҙамлашып йәшәү теләге менән яна.
– Өйҙә башҡортса аралашыу, бергәләп үҙебеҙҙең телдә йырҙар тыңлау, әкиәттәр, шиғырҙар, гәзит-журналдар уҡыу, йәнһүрәттәр ҡарау, башҡортса өҫтәл уйындары уйнау ҙа балаға туған телебеҙҙе белергә ярҙам итә. Шуға башҡорт телен өйрәтеүҙе кемгәлер япһармай, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алайыҡ, – ти ул ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп.
Бына шундай Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина кеүек яҡташтарыбыҙ булғанда сит яҡтарҙа ла башҡорт телебеҙ йәшәр, өйрәнелер. Уларға эштәрендә уңыштар теләйек.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.