+17 °С
Дождь
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2021, 04:35

Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем

Гимназияның тамаша залы. Өфө ҡалаһынан ҡунаҡтар көтәбеҙ. Улар беҙгә хәҙерге заманда киң танылған һөнәрҙәр хаҡында һөйләйәсәк...

Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙемҒорурлыҡ тойғоһо кисерҙем
Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем

..Бына көтөлгән сара башланды. Ҡунаҡтар бер-бер артлы сығыш яһай. Эргәмдә ултырған иптәшемдең әйткән һүҙе ҡолағыма салынды:
– Тағы бер ни ҙә аңламайынса ултырам инде, – тине ул көрһөнөп. – Башҡорт телен миңә үҙләштереүе ауыр.
Уға ҡарап ҡуйҙым. Күңелемдә башҡорт телен белеүемә ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Туған телем мине кескәй саҡтан оҙатып килә: сәңгелдәктә ятҡанда әсәйем бишек йырҙарын башҡортса йырлаған, олатайым тыуған еремдең гүзәллеген һөйләй торғайны, өләсәйем халыҡ ижады ынйыларын ишеттерҙе. Уның мәҡәл-әйтемдәргә бай телмәрен бәләкәй­ҙән ишетеп үҫтем.
Нәҫелебеҙҙә ырыуыбыҙҙың шәжәрәһе быуындан-быуынға тапшырылып килгән. Бөгөн беҙ ата-бабаларыбыҙҙың 12 быуынына тиклем беләбеҙ. Шәжәрәбеҙҙә ҡай­һы бер халыҡ йолалары тураһында ла белешмәләр бар. Үҫә төшкәс, өләсәйем мине улар менән таныштырыу өсөн «Кәкүк сәйе»нә, «Ҡарға бутҡаһы»на алып сыға ине.
Бына сәхнәгә уртаса буйлы, ҡара сәсле, башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылып тормаған, ябай ғына кейенгән бер йәш егет килеп сыҡты. Инде ултырып арыған тамашасы яңынан бер сығышты тыңларға әҙер түгел ине. Уның башҡортса сәләмләүен хатта ишетмәнеләр ҙә. Сығыш яһаусы һөнәрҙәр тураһында һүҙен башланы. Залда матур ҡурай моңон хәтерләткән туған телемдә һүҙҙәр яңғыраны. Телефонға төбәлгән балаларҙың береһе артынан береһенең баштары күтәрелә башланы. Башҡортса белмәгәндәр ҙә уны йотлоғоп тыңланы: сығыш яһаусының телмәре нимәһе менәндер үҙенә йәлеп итте. Зал хатта уның талғын ғына урыҫ теленә күскәнен дә һиҙмәне. Ҡунаҡ, үҙенең тормошонан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, сығышын дауам итте. Уның телмәрендә бер һүҙ ярлылығы ла һиҙелмәне. Милләттәшем өсөн ғорурлыҡ той­ғолары кисерҙем.
Сығыштан ҡәнәғәт тамашасыларҙың алҡыштары уйҙарымды бүлде. Ҡунағыбыҙ, залға йылмайыулы ҡараш ташлап, һүҙен йом­ғаҡлап, Рәшит Ниғмәтиҙең шиғыр юлдарын уҡый ине:
«...Дуҫтарым!
Һеҙҙең ҡаршыла
Фән тауы ҡалҡып тора.
Шул тауҙың иң-иң түбәһе
Яҡтырып, балҡып тора.
Юҡ унда шымарған юлдар,
Тик ташлы һуҡмаҡ ҡына.
Тауҙың үренә ҡыйыуҙар
Тырышып-тырмашып менә».
Был һүҙҙәр сығарылыш уҡыу­сылары өсөн үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда хәйерле юл теләктәре булып та яңғыраны.

Далия НИЗАМОВА,
XI синыф уҡыусыһы.
Саҡмағош районы,
Саҡмағоштағы гимназия.

Фото:ВКонтакте

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас