+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
27 Декабрь 2021, 14:15

Бәләкәстәр ҡыуандыра

Таһир Күсимов исемендәге гимназияла Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы кисә булып үтте. Унда шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө лә билдәләнде.

Бәләкәстәр ҡыуандыра
Бәләкәстәр ҡыуандыра

Ҡурайҙа «Урал» халыҡ көйө яңғырау менән сәхнәгә сығып баҫҡан уҡыусылар башҡарыуында бер-бер артлы туған телебеҙгә арналған береһенән-береһе матур шиғырҙар һөйләнде. Башҡортостан Гимнын да тантанаға килеүселәр аяғүрә баҫып алҡышланы.
Фәнилә Ноғоманова етәкселегендәге «Талисман» төркөмө башҡарған йырҙар, Лилиә һәм Радик Хәлиловтарҙың, «Аҡбуҙат» ансамбле бейеүҙәре лә тамашасылар күңеленә хуш килде. «Талисман» вокал ансамблендә II «Б» синыфы тотошлай шөғөлләнһә, Әлфиә Әминева етәкселегендәге III «В» синыфы уҡыусыларынан торған «Аҡбуҙат» ансамбле лә төрлө йыйын-концерттар­ҙың йөҙөк ҡашы булып тора. Өсөнсөләр спорттан да ситтә ҡалмай. Уларҙың киләсәктә лә шулай тырыш, алдынғы, әү­ҙем, өлгөр булыуҙарын теләйбеҙ.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: