+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
30 Ғинуар 2022, 20:21

"Игебаев уҡыуҙары" үтә

Башҡортостанда башҡорт халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев иҫтәлегенә һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы "Игебаев уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. 31 ғинуар - унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеүҙең һуңғы көнө. Сараны үткәреү урыны - Баймаҡ ҡалаһы һәм материалдарҙы [email protected] электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк.

"Игебаев уҡыуҙары" үтә
"Игебаев уҡыуҙары" үтә

Конкурста I-XI синыф уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнаша. Өс номинация буйынса башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылған ижади эштәр ҡабул ителә: үҙең яҙған шиғырҙар һәм хикәйәләр; Абдулхаҡ Игебаевтың берәй китабы буйынса буктрейлер; шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса фәнни-эҙләнеү эше. Уҡытыусылар иһә дәрес һәм синыфтан тыш саралар өлгөләрен тәҡдим итә.

"Игебаев уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ 21 февралдә онлайн форматта яһаласаҡ. Еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнәсәк.

Фото: интернеттан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: