+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль 2022, 17:25

Туған телебеҙҙе яратабыҙ!

21 февраль - һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел - халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер. "Теле барҙың - иле бар", тиҙәр. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Туған телебеҙҙе яратабыҙ!
Туған телебеҙҙе яратабыҙ!

Ошо байрам уңайынан гимназиябыҙҙа башҡорт теле уҡытыусылары Рита Дамир ҡыҙы Батырова һәм Гөлзифә Фәнил ҡыҙы Зәкиева "Йомробаш" тигән интеллектуаль уйын ойошторҙо. "Ялҡын", "Осҡон",  "Бикбайҙар" һәм "Уңғандар" командалары 6 турҙан торған сәмле ярышта көс һынашты. Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙан торған командаларға "Башҡортостан", "Сәнғәт", "Халыҡ ижады", "Башҡорт әҙәбиәте", "Һүҙ байлығы" һәм "Көйҙө таны" конкурстары бик оҡшаны. Туған тел, Тыуған ил, яратҡан тәбиғәтебеҙгә бағышланған ҡыҙыҡлы һорауҙар, беренсенән, уҡыусыларға үҙ белемдәрен һынап ҡарарға мөмкинселек бирһә, икенсе яҡтан, милләтенә, Башҡортостаныбыҙға һөйөү хистәре тәрбиәләне, башҡорт телен ҡәҙерләргә өндәне.

"Ялҡын" һәм "Уңғандар" командалары - 120-шәр мәрәй йыйып I урын, "Бикбайҙар" - 115 мәрәй менән II урын, ә "Осҡон" командаһы 110 мәрәй йыйып, 3-сө урын алды. Афариндар!

Был сара йәш быуынды тәрбиәләү, туған телгә хөрмәй уятыу, ғөмүмән, һәр төрлө яҡтан үҫеш булдырыу өсөн бик фәһемле булды.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,

китапханасы.

Өфө ҡалаһы,

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт ги

 

Туған телебеҙҙе яратабыҙ!
Туған телебеҙҙе яратабыҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: