+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраль 2022, 14:25

"Туған тел сәғәте"

Кисә Өфөнөң "Йәшлек-хаус" йәштәр үҙәгендә "Туған тел сәғәте" исемле сара үтте. Ул Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды. 

"Туған тел сәғәте"
"Туған тел сәғәте"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр менән эшләү бүлеге, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары һәм Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһының әүҙем йәштәре ойошторған сараның төп маҡсаты - башҡорт мәҙәниәтен һәм телен халыҡ-ара киңлектә танытыу, туған телдә  (башҡорт телендә)  инглиз микс телендә аралашыу, белем биреү һәм мәҙәни-ара майҙансыҡтарын булдырыу ине.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, башҡорт блогеры Илсур Боҫҡанов, «Самауырлы Ритайым» проекты етәксеһе Рөстәм Абдразаҡов, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова, «Арғымаҡ» этнотөркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов, башҡорт эстрадаһы йырсыһы Лиана Хәбибуллина һәм Виктория Бакарди сығыш яһаны. Шулай уҡ Германия, Польша һәм Пакистандан видео аша мөрәжәғәт ҡаранылар.

-Беҙҙең өсөн был бик мөһим көн. Сөнки туған тел  йөрәгебеҙҙең нисек тибеүен иҫкәртә. Туған телде белегеҙ,башҡортса һөйләшегеҙ, әммә башҡа телдәрҙе лә өйрәнергә тырышығыҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙ менән туған телдә аңлашайыҡ, - тине үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Был сарала ҡатнашыр өсөн башҡорт йәштәре вакилдәре, шулай уҡ БДУ-да белем алған Афғанстан, Франция, Колумбия, Ираҡ, Фәләстиндән сит ил студенттары саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар башҡорт һәм инглиз телдәрендә аралашып, үҙ-ара аңлашырға тырышты. 

Сара барышында башҡорт, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә шиғырҙар яңғыраны, командаларға бүленеп, уйындар ойошторолдо. «Сикварули» ансамбле тамашасыларға Кавказ бейеүен бүләк итте.

-Бигерәк тә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен аҙ белгән сит ил студенттары өсөн был бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара булды. Үҙҙәренең ниндәй көслө халыҡ булыуҙарын бөтә  донъяға танытыу башҡорттар өсөн дә бик мөһим. Мин, ҡаҙаҡ милләтенән булараҡ, башҡорттар менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, сөнки мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ йәһәтенән беҙҙең халыҡтарҙың оҡшашлығы бар. Мин башҡорт телен өйрәнеүемә һәм Өфөлә булыуыма бик шатмын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты БДУ-ла уҡып йөрөүсе Ҡаҙағстан вәкиле Абзал Жабасов.

Фото: https://vatandash.ru/news/novosti/

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: