+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраль 2022, 10:05

Туған телгә һөйөүе беҙгә күсә

Дәрес башланды. Кабинетҡа, ғәҙәттәгесә, етеҙ аҙымдар менән уҡытыу­сыбыҙ Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова килеп инә. Беҙ уға йылмайып ҡарайбыҙ. Сөнки уҡытыусыбыҙҙың йөҙөндә лә – ихласлыҡ.

Туған телгә һөйөүе беҙгә күсә
Туған телгә һөйөүе беҙгә күсә

Дәрес, һәр ваҡыттағыса, йәнле башлана: тексты, авторҙың фекерен, уйын, хисен бирерлек итеп, диктор ағай-апай­ҙарҙан ҡалышмай уҡырға ла, бер-беребеҙҙе баһаларға ла, хәтер һандығыбыҙға яңы һүҙҙәр һалып ҡуйырға ла, бәхәс ҡорорға ла өлгөрәбеҙ. Фаягөл Тимербай ҡыҙы бар күңелен биреп дәрес бирә: «Был урында ошо синонимды йә фразеологизмды ҡуллан­һаң, һәйбәт буласаҡ», – тип телмәребеҙҙе байыта. Беребеҙ ҙә яңылыш, хаталы яуап биреүҙән ҡурҡ­май, сөнки күңелдәребеҙҙе аңлаған, үҙебеҙҙе яратҡан, ихтирам иткән уҡытыусыбыҙ уҡыта бит. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә мөкиббән ғашиҡ, үҙ эшен яратҡан остазыбыҙ тел һәм әҙәбиәт­тән башҡа халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте буйынса ла әллә күпме фәһемле хәл-ваҡиғаларҙы мауыҡтыр­ғыс итеп һөйләй. Видеофильмдар, презента­циялар күрһәтә, туған телебеҙҙә моң­ло йырҙар тыңлайбыҙ, клиптар ҡарайбыҙ.
Беҙ V синыфҡа килгәндә үк ниндәй уҡытыусы ҡулына эләгеребеҙҙе ишеткәйнек: Фаягөл Тимербай ҡыҙының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында бик күп еңеүсе уҡыусылары, призёрҙары бар. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында өс уҡыусыһы: Ислам Төхвәтуллин, Гөлфруз Хисмәтуллина һәм Гөлсәсәк Шәрипова Гран-при яулаған! X синыф уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова (VI синыфта уҡ эпосты тулыһынса ятлап) ошо бәйгелә өс тап­ҡыр I урын алған. Уҡытыу­сыбыҙ үҙе лә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016» төбәк-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ бул­ғайны, ә Мәскәү ҡалаһында уҙғарыл­ған Бөтә Рәсәй туған телдәр уҡытыу­сылары бәйгеһендә өс йөҙгә яҡын ҡатнашыусы араһында «Уҡытыусы-оҫта» номинацияһында еңгән! Шуға тәүҙә уның етәксебеҙ булыуынан ҡур­ҡыңҡырап та йөрөгәйнек. Ә Фаягөл Тимербай ҡыҙы шул тиклем ябай, ихлас кеше булып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта талапсан да. Әҙәбиәт дәреслегендә өҙөктәр менән танышҡас, был әҫәр­ҙәрҙе тулыһынса уҡыуыбыҙҙы талап итә. «Дуҫ булайыҡ», «Өс таған» кеүек повестарҙы бөтә синыф менән тулыһынса уҡыныҡ. Әле Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романын, «Урал батыр» эпосын уҡыу өҫтөндәбеҙ. Уҡытыусыбыҙҙың һәр дәресен көтөп алабыҙ. Уның туған теленә һөйөүе беҙгә лә күсә. Шуға ла баш­ҡорт телебеҙҙе яратып өйрәнәбеҙ.
Әле яңыраҡ ҡына Өфөлә үткән баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданан Фаягөл Тимербай ҡыҙының уҡыусылары – Ғәлиә Шәрипова – еңеүсе, Элиза Ниғәмәтуллина призёр булып ҡайтҡан. Мин үҙем дә былтырғы уҡыу йылында Гагарин кубогына олимпиаданың республика этабында башҡорт теле буйынса уңышҡа ирештем.

Яҙгөл ХӘЙРУЛЛИНА,
VI синыф уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт
интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: