+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
24 Февраль 2022, 11:10

Киләсәге булыр ялҡынлы

Башҡорт теле – ғәзиз туған телем,

Киләсәге булыр ялҡынлы
Киләсәге булыр ялҡынлы

Ынйылай саф, нәфис гөлкәйем!
Салауат һәм Аҡмулла һөйләшкән
Йырлап торған моңло телкәйем!
Сал быуаттар аша килеп еткән
Аманаты бит ул халҡымдың.
Ҡәҙерләп һәм һаҡлап йәшәгәндә
Киләсәге булыр ялҡынлы.
Әсәйҙәрҙең изге бурысы ул,
Телде һаҡлау – заман талабы.
Һәр бер бала үҙ телкәйен һөйһә,
Әсәйҙәргә булыр сауабы.
Ысын әсә һәр саҡ телен яҡлар,
Иле киләсәген ҡайғыртыр.
Туған телдә әкиәттәр һөйләр,
Йырҙар көйләр, китап уҡытыр.
Мин үҙем дә кескәй йөрәктәргә
Туған телдә нурҙар өләшәм.
Балаларым үҙ тамырын белә,
Саф башҡортса итеп һөйләшә.
Бал ҡорттары кеүек уңған улар,
Бик тырышып белем алалар.
Илем ышанысын аҡлар өсөн
Киләсәккә юлдар яралар.
Башҡорт рухы – улар күңелендә,
Быны күреп, бик тә һөйөнәм.
Әсә телен белеп үҫкән бала
Һис тә айырылмаҫ иленән.
Башҡортмон, тип туған телкәйендә
Ғорурланып әйтһә һәр бала,
Илем, телем, халҡым һис юғалмаҫ,
Мәңгә балҡыр яҡты донъяла.

Рәмзилә ИСЛАМҒӘЛИЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: