+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте - "ЯКласс" һанлы мәғариф ресурсында!

Дуҫтар,https://www.yaklass.ru/ һанлы мәғариф ресурсында башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса ла материалдар барлыҡҡа килде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте - "ЯКласс"  һанлы мәғариф ресурсында!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте - "ЯКласс" һанлы мәғариф ресурсында!

Унда (https://www.yaklass.ru/p/bashkirskiy_ya) барлығы 3 меңдән ашыу задание ингән: тестар, викториналар, контроль һәм ижади эштәр. 

Контентты булдырыу өҫтөндә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы һәм, әлбиттә, "ЯКласс" берлектә эшләгән. 

Хәҙер был һанлы мәғариф ресурсы материалдарын уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғына түгел, һәр кем файҙалана ала. Белемеңде тикшереп ҡарарға, яңы теманы үҙләштерергә мөмкин.

«Elschool» менән дә бәйләнгән, дистанцион уҡытыуҙа файҙаланып була.

Фото: infourok.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: