+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
4 Сентябрь 2022, 10:05

Туған телем

Тимер ЙОСОПОВ

 

Туған телем бер генә,

Туған телем — иманым.

Тел асылды — күҙ асылды,

Берсә көлөп иланым.

 

Телем — хәтәр ҡоралым,

Телем, һин — уҡ-һаҙағым.

Шул телемдә һөйләйем дә

Шул телемдә яҙамын.

 

Телем минең — яҡты нур,

Нурһыҙ ниндәй көнөм бар,

Нурһыҙ ниндәй төнөм бар?

Салауаттар һөйләшкән,

 

Хаҡлыҡ өсөн көрәшкән

Минең туған телем бар.

Иш янына ҡуш булып,

Гөрләр телем һин генә.

 

Һәнәр генә телем түгел,

Һөйләр телем һин генә.

Оран елгән алыҫтан,

Хатта тауҙар тетрәгән,

 

Ирек өсөн алышҡан,

Гүйә күктәр күкрәгән.

Хаҡлыҡ яулар тел бит ул,

Бар телдәрҙе тиң иткән

 

Минең генә ил бит ул.

Бала саҡтан күкрәгемә

Моңдар сәскән тел икән.

Әй һин, әсәм теле икән,

 

Беҙҙең сәсән тел икән.

Көләмәстәр һөйләгән

Ирмәктәр ҙә бар икән.

Сит усаҡҡа һыйынған

 

Имгәктәр ҙә бар икән.

Бала тыуа теле менән,

Әҙер аҡ биләүҙәр бар.

Аң булайыҡ,

Донъя бутай,

Рухи Тәфтиләүҙәр бар.

 

Оло барҙа — кесе бул,

Кесе барҙа — оло бул.

Ике халыҡ улы булма,

Бер халыҡтың улы бул.

 

Туған телем бер генә.

Минең сәсән телем бар,

Ил өҫтөндә көнөм бар.

Тел һаҡлаған илем бар.

 

Һаҡлаған да тел булһын,

Яҡлаған да тел булһын.

Еңел уйҙы елгәрергә

Киң еремдә ел ҡалһын.

 

Аяҡ бөкләп гөрләшергә,

Билде быуып көрәшергә

Әй илемдә тел ҡалһын.

Өс мең йыллыҡ тулғанда,

 

Ай һыҙылып тулғанда,

Сәпелдәтеп бит йыуғанда,

Ил тотҡаһы тигәндәр,

Туған телдә сөкөрләшеп,

 

Йөрөһөн ине ейәндәр.

Туған моңдо йота-йота,

Күктәргә үрелермен.

Башҡорт телен ишеткәс тә,

Мин ҡабат терелермен.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: