-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
12 Сентябрь 2022, 16:37

Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ

Булыр бала – бишектән, тигән бик тапҡыр әйтем бар халҡыбыҙҙа. Илназ Исхаҡовҡа ла тура килә был һүҙҙәр.

Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ
Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ

Төрлө яҡлап һәләтле был башҡорт егетен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күргәйнем. Илназ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡый. Үткән уҡыу йылында гимназия уҡыусылары «Уҡ осошондай ғүмер балҡышы» тигән бик матур тамаша әҙерләгәйне бит. Шуны драма театры сәхнәһендә лә ҡуйҙылар. Бик шәп үтте! Зал шығырым тулы ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тамаша уның көндәлектәре буйынса эшләнгән. Сценарий авторҙары – яҙыусы Сәрүәр Сурина менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова,  режиссеры – Әлмира Ҡыуатова. Ә Рәми төп ролде Илназ башҡарҙы. Сәхнәлә Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ...

– Илназ Исхаҡовтың үҙен тәжрибәле артистар кеүек тотоуы оҡшай. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән уға һәләт. Эшһөйәрлеге, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылып эшләй белеүе лә – бик кәрәкле сифаттар. Яуаплылыҡ тойғоһо көслө: репетицияға һуңламай, ваҡытында килә. Һөйкөмлө, һөймәлекле, саф күңелле был егетте синыфташтары, иптәштәре лә хөрмәт итә, – ти Әлмира Шәриф ҡыҙы.

– Илназға ғаиләлә рухи тәрбиә һалынған. Халҡыбыҙҙың үткәненә, йолаларына, ижадына хөрмәт менән ҡарай, өйрәнә, ҡыҙыҡһына. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып белем ала, тырыша. Ныҡыш. Сәхнәлә үҙен иркен тота, телмәре дөрөҫ. Бирелгән әҫәрҙе күңеленән кисереп, тойоп уҡый, – тип өҫтәй уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы.

Илназ бәләкәйҙән теремек, сос, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, үҙаллы булып үҫә. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан ул. Ғаиләләрендә – 5 бала. «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһына йөрөгәндә спорт, һүрәт төшөрөү буйынса район ярыштарында ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары ала башлай. Оҫта итеп шашка уйнай. Уҡырға төшкәс, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй башлай. Төрлө район сараларында ҡатнаша, урындар яулай. Ойоштороу һәләте лә асыла. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында I урын ала. «Минең республикам» республика иншалар конкурсы лауреаты. Баймаҡ телевидениеһы ойошторған «Рух ҡошо» телевизион проектында Аҫылғужа Баһумановтың «Баймағым – тыуған яғым» шиғырын һөйләп, «Халыҡ һөйөүе» номинацияһында бүләкләнә. Әйткәндәй, Илназ спорт ярыштарында ла һынатмай. Мәҫәлән, еңел атлетика буйынса районда II урын ала. Кремлгә Президент шыршыһына саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләйҙәр алдынғы уҡыусыны.

Сибай башҡорт гимназияһында VII синыфта уҡығанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡалала Гран-приға лайыҡ була.  «Кендек» КВН командаһында уйнай.

2019 йылда «Бирешмә» I үҫмерҙәр премияһы менән бүләкләнә. Портфолиоһы бик ҡалын Илназдың. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән «Һүҙ эйәһе» интеллектуаль уйынында командалары менән беренселекте алалар. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының IX синыфында уҡығанда Мостай кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Беҙҙең илдең йәме» иншалар конкурсында II урын...

Илназдың сәхнәлә оҫта уйнауын күреп, буласаҡ актер, тип уйлағайным. Әммә ул химияны тәрәнәйтеп өйрәнгән синыфта уҡый икән.

–Химия, математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай, – ти ул, – Киләсәктә сәнғәт өлкәһен һайламаһам да сәхнәне ташламаҫмын, буш ваҡытымда мотлаҡ ижади түңәрәктәргә йөрөрмөн, тип уйлайым.

Ярай, ваҡыт күрһәтер, Алла бирһә. Ҡайһы өлкәне һайлаһа ла рухлы башҡорт егете һынатмаҫ. Уның спорт яратыуын да айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Былтыр бокс буйынса ярышта Өфө ҡалаһында үҙ ауырлыҡ категорияһында II урын алған. ГТО нормаларын тапшырып, ике алтын, ике көмөш билдәгә лайыҡ булған.

Йәйге каникулда ла ауылда ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән тыш, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ваҡытын бик файҙалы үткәргән. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа ла уйнай икән ул.

– Үҙебеҙҙең Таулыҡайҙа «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» тигән матур сараны алып барҙы. Иҙристә «Урал батыр»ҙы башҡортса һәм урыҫса һөйләп, конкурста II урын алды. Ә Ниғәмәт ауылында футбол ярышы үтте, унда беҙҙең ауыл командаһы II урынға сыҡты, – тип һанап алып китә Илназдың әсәһе Алтынсәс Сабирйән ҡыҙы.

Быйыл XI синыфта уҡый егет. Алда – Берҙәм дәүләт имтиханы. Әле уны уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона инеү, студент тормошонда ҡайнау теләге менән йәшәй.

– Үҙемде һәм тиҫтерҙәремде киләсәктә тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхестәр итеп күрергә теләйем. Уҡытыусыларыбыҙға, гимназия етәкселегенә беҙгә төплө белем алырға, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырғандары өсөн рәхмәтебеҙҙе еткергем килә, – ти ул.

Әйткәндәй, Илназ Исхаҡов «Минең Рәми – 90» республика шиғриәт конкурсында ла ҡатнашып, II турға сыҡты.  Рәми Ғариповтың көндәлектәренән өҙөктө бар күңеле аша үткәреп һөйләй ул. Егеткә был мәртәбәле конкурста ла уңыш теләйек.

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА

Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ
Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдыҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: