+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Сентябрь 2022, 11:50

Диалекттар әҙәби телгә һут бирә

Тел – рухи байлығыбыҙ, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе уның менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү кәрәклеген һәр кем аңлаһын ине.

Диалекттар әҙәби телгә һут бирә
Диалекттар әҙәби телгә һут бирә

Диалекттар һәм һөйләштәр ҙә һәр милләттең үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы иҫәпләнә. Уларҙы барлау, өйрәнеү, халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан тикшереү – төп маҡсаттар­ҙың береһе. Халыҡтың йәнле һөйләштәре – диалекттары хәҙерге баш­ҡорт әҙәби теле менән тығыҙ бәйләнештә тора. Улар бер-береһенән айы­рыл­ғыһыҙ. Шунлыҡтан диалекттың бөтөүе хатта милләттең юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк. Тап ошо ниәт менән беҙ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының II курс студенттарының бер төркөмө, диалектологик практика ваҡытында Көньяҡ диалектының Урта һәм Иҙел буйы һөйләшенә ҡараған Ғафури районының Оло Үтәш, Урта Үтәш, Кесе Үтәш, Үзбәк, Баҡраҡ һәм Ҡунаҡбай ауылдарына экспедицияға сыҡтыҡ. Эшебеҙҙең маҡсаты оло йәштәге кешеләр менән осрашып, был яҡтарҙа ғына ҡулланылған диалект һүҙҙәрен, йәнле телмәр өлгөләрен йыйып, уларҙы теркәү, ғилми яҡтан өйрәнеү, тарихи яҡтан тикшереү ине.
Практикала булыу ныҡ оҡшаны. Төркөмдәштәремдең тәьҫораттарын һеҙгә лә еткергем килә.
Сафия НӘБИУЛЛИНА:
– Беҙ бик күп оло йәштәге олатай-өләсәйҙәрҙә генә түгел, гөрләтеп донъя көтөп ятҡан йәш ғаиләләрҙә ҡунаҡта булып, матур итеп аралаштыҡ. Шулар­ҙың береһе – Лилиә һәм Ғайса Күскилдиндар. Улар, башҡорттарҙың борондан килгән кәсебен дауам итеп, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә икән. Беҙгә махсус кейемдәр кейҙереп, ҡорттар янына сығарып, солоҡсолоҡта ҡулланылған ҡоралдар менән таныштырҙы Ғайса ағай. Йотлоғоп тыңланыҡ үҙен. Беҙ был шөғөлгә хас булған һәр терминды үҙебеҙгә теркәп барҙыҡ. Улар шулай уҡ йылҡы малы ла тота, 4 баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерә. Ишек алдары ла шау сәскәгә күмелгән. Беҙҙе баллы, ҡаймаҡлы сәй менән һыйлап, оҙатып ҡалдылар.
Был ғына түгел, Еҙем-Ҡаран ауылында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-музейында, уның исемен йөрөткән паркта, Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Хатип улы Халиҡовтың музейында, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты, композитор, бик күп йырҙар, шиғырҙар авторы Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов менән осрашыуҙа ла булып өлгөрҙөк. Үзбәк ауылына гастролдәр менән килгән Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының матур тамашаһын да ҡарау бәхете тейҙе.
Диана РӘХМӘТУЛЛИНА:
– Ғафури районында үткән диалектологик практиканан тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Беҙҙең алға шундай күп мөһим эштәр маҡсат итеп ҡуйылған ине. Төркөмдәштәрем менән уларҙы тулыһынса атҡарып сыҡтыҡ, тип ҙур ышаныс менән әйтергә була. Үҙебеҙ осрашҡан кешеләрҙән ауыл һәм урындағы төрлө ер-һыу атамаларының килеп сығышы, уларҙың йәшәйеше һәм йолалары тураһында бик күп мәғлүмәт туп­ланыҡ. Башҡорттар борон-борондан үҙҙәренең ҡунаҡсыллығы менән дан тот­ҡан. Был районда булған саҡта беҙ быға тағы бер тапҡыр инандыҡ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, һәр ауылда шат күңел, алсаҡ йөҙ һәм тәмле сәй менән ҡаршы алдылар. Сәйәхәтебеҙҙән ҡыуанып ҡайттыҡ.
Алина НАЗАРОВА:
– Практика ваҡытында оло йәштәге кешеләр менән аралашҡанда миндә шундай ҙур һоҡланыу тойғоһо уянды. Улар­ҙың үткән ауыр тормош юлы хәтирәләрен ишетеп, күҙгә йәштәр эркелде, хәҙер балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килеп бәхетле тормошта йәшәп ятыуҙарына күңел һөйөндө. Аралашҡан саҡта уларҙың телмәрендә үҙебеҙгә ят булған күп һүҙҙәр ишеттек. Беҙ барыһын да аудио һәм видео яҙмаларға яҙҙырып барырға тырыштыҡ.
Ныҡ файҙалы булды экспедициябыҙ. Әллә күпме мәғлүмәт йыйҙыҡ, асыштар яһаныҡ. Ни тиһәң дә, диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып тора бит. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Экспедициянан бик ҡәнәғәт ҡайттыҡ. Беҙгә шундай мөмкинлек биргән университетыбыҙға, факультет деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйеноваға, уҡытыусыларға, етәксебеҙ Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллинаға, Үзбәк мәктәбе коллективына, айырыуса уның директорына һәм ауылдар буйлап йөрөтөүсе мәктәп водителенә, ғөмүмән, ихлас ҡаршы алып, матур итеп оҙатып ҡалыусы һәр кемгә рәхмәтебеҙ сик­һеҙ.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
БДПУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: