+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
27 Октябрь 2022, 17:21

Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы

Ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр менән уҡыусыларҙы әленән-әле таныштырып тора мәктәп.

26 октябрҙә үткән быйылғы тәүге әҙәби кисә лә яҡташ шағирәбеҙ, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижадына арналды. Сараға әҙерлек алдан башланды: уҡыусылар араһында шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләү һәм уның шиғри әҫәрҙәренә ҡарата һүрәттәр төшөрөү буйынса конкурс иғлан ителгәйне.
Ижад байрамында шағирә үҙе булмаһа ла, балалар уның тормош юлы, ижады менән яҡындан танышып, шиғырҙарын һөйләп, нескә тойғоло, тәбиғәткә, тыуған яғына ғашиҡ, үтә лә хисле, күңелендә һәр ваҡыт илһам ҡошо һайраған, ҡулында ҡаурый ҡәләм тирбәткән һәләтле ауылдаштары барлығы менән ғорурландылар. Уҡыусылар, ысынлап та, әҙәби кисәгә ныҡлы әҙерләнгәйне. Сәхнә йәш рәссамдарҙың береһенән-береһе сағыу һүрәттәре менән биҙәлгәйне. Балалар кисереше һәм күҙаллауы аша шағирәнең ижады яңыса төҫ алды, яңыса сағылыш тапты, яңыса балҡыны.
Ә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында уҡыусылар сәхнәлә үҙеңде тотоу, һөйләү оҫталығы, актерлыҡ һәләттәре кеүек шарттар талап ителгән һүҙ сәнғәтенең нескәлектәренә төшөндөләр. Һынатманы шиғриәт һөйөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар. Әле береһе, әле икенсеһе сығып, шағирәнең ҡанатлы һүҙҙәрен яңғырата торҙо.
Ауылдашыбыҙ ижадына арналған кисәнән барыһы ла илһамланып таралышты, ә конкурс еңеүселәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы ебәргән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.
Шулай итеп, шиғыр һөйләү конкурсында башланғыс синыфтар араһында: өсөнсөнән Динир Ҡотлобаев - I, дүртенселәр Гөлфинә Хәлитова - II, Асия Ҡотлобаева -  III, Исмәғил Йыһануров IV урын алды. Икенсенән Әмир Ҡотлобаев менән Аделина Әбсәләмова ла IV урын алып ҡыуанды.
Ҙур синыфтар араһында һигеҙенсенән Гөлназ Әхмәтова - I, Илгизәр Әмирханов - II, Гөлсинә Муллағолова III урынға лайыҡ булды.
Һүрәттәр конкурсында
I-II синыфтар араһында 
I урынды-Вәлиев Руслан, II урынды - Әбсәләмова Аделина, III урынды - Хәлитов Ильяс;
III - IV синыфтар араһында
I урынды - Йыһануров Исмәғил, II урынды - Вәлиев Рөстәм, III урынды - Ҡарағолова Заһиҙә;
өлкән синыфтар араһында
I урынды-Атагилдиева Гөлсинә, II урынды - Көнәфина Нәркәс, III урынды Әбсәләмов Артур алды. Шиғриәт кисәһендә бөтә ҡатнашыусылар ҙа матур бүләктәр алып ҡыуанды.

Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог.

Бөрйән районы, Иҫке Монасип мәктәбе.

Фотолар"Бәйләнештә" селтәренән.

Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы
Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы
Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы
Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы
Шағирә бүләгенә шиғриәт байрамы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас