

"Аҡ тирмә" башҡорт мәҙәни үҙәге "Урал батыр мәктәбе" йәмәғәт проектын ғәмәлгә ашырыуға арналған семинар ойошторҙо. Унда Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, "Аҡ тирмә" үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы "Урал батыр мәктәбе" проектына иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Ике йыл эсендә ярайһы тәжрибә туплап өлгөрҙө.
Семинарҙа республиканың "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге тәҡдим иткән "Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашырыусы белем усаҡтары вәкилдәре, башҡорт балалар баҡсалары тәрбиәселәре, Мәләүез районының уҡытыусылары ла ҡатнашты. Асыҡ дәрестәр, синыф сәғәттәре уҙғарылды."Урал батыр" эпосында бирелгән тормош фәлсәфәһе, тәрбиәүи ҡанундар төрлө сараларҙа ғына түгел, дәрестәрҙә лә киң ҡулланылыуы күрһәтелде. "Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ"
тигән синыфтан тыш сара күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, рухты уятып, киләсәккә ышанысты арттырып ебәрҙе. Сара Мәрйәм Бураҡаева "Урал батыр" эпосы буйынса тәҡдим иткән иң мөһим ун йүнәлештең икенсеһенә, ғаилә темаһына, нигеҙләнеп эшләнде. Ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы иҫәпкә алып, уларға ярҙам ойоштороу. улар нимәгә мохтаж, шул юҫыҡтан ярҙам күрһәтеү. Сөнки быуын-быуынға башҡорт халҡы етем ҡалған туғандарын ят ҡулға ҡалдырмау сараһын күргән.
"Урал батыр мәктәбе" проекты авторы Мәрйәм апай Бураҡаева аудио яҙмаһында "Урал батыр" эпосын ҡабат-ҡабат уҡыу, унда кинәйә менән бирелгән аҡылды, рухи ҡиммәттәрҙе тәрән аңлап, балаларға дөрөҫ аңлатыу зарурлығына баҫым яһаны.
Семинар эшендә ҡатнашҡан Мәләүез, Миәкә, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура райондары һәм Салауат, Күмертау, Өфө ҡалалары уҡытыусылары семинарҙың бик фәһемле булыуын белдерҙе.
Ләйсән ФӘЙЗУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.
Фото: vk.com.