+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
29 Ноябрь 2022, 12:40

"Әсәм теле — сәсән теле" бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

Ҡәләм тибрәтеүсе йәш дуҫтарыбыҙ! Был бәйгебеҙ тап һеҙҙең өсөн! 14 декабрь Башҡорт теле көнө уңайынан «Йәншишмә» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә уҡыусылар өсөн «ӘСӘМ ТЕЛЕ – СӘСӘН ТЕЛЕ» исемле ижади конкурс иғлан итәбеҙ. Уның шарттары бик ябай.

Бары тик туған телгә, әҙәбиәтебеҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына арналған ижад емештәрегеҙҙе беҙгә ебәрергә кәрәк буласаҡ. Шиғырмы ул, мәҡәләме, әҙәби әҫәрме, әллә әкиәтме – быныһы инде үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Мәҡәләгеҙ менән бергә матур, сифатлы фото ла ебәрә алаһығыҙ. 

Ижади эштәр 14 декабргә тиклем "Йәншишмә" гәзитенең [email protected] электрон почтаһына һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе жюри билдәләйәсәк. Иң-иңдәр редакциябыҙҙың Маҡтау грамотаһы һәм күренекле яҙыусыларҙың автографлы китаптары менән бүләкләнәсәк, ә инде эштәре «Йәншишмә» гәзитенең 16 декабрь һанында баҫылып сығасаҡ.

Һеҙҙән матур шиғырҙар, тос фекерле мәҡәләләр, шәп әкиәттәр көтөп ҡалабыҙ! Әүҙемерәк булығыҙ!

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: