+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
1 Декабрь 2022, 17:55

Яратҡан уҡытыусым

"Йәншишмә" гәзитендә "Әсәм теле - сәсән теле" бәйгеһе иғлан ителгәс, күптәнге уйымды тормошҡа ашырырға теләп, мәктәбебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тураһында яҙып ебәрергә булдым.

Яратҡан уҡытыусым
Яратҡан уҡытыусым

 Әлимә Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллина - иң яратҡан уҡытыусыбыҙ. Уның дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Беҙҙе матур һөйләргә, дөрөҫ яҙырға өйрәтер, күңелдәребеҙҙә туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү уятыр өсөн барлыҡ көсөн һала остазыбыҙ. Уҡыусылары әленән-әле төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып тора. Мәктәпте тамамлап, сауҙа-иҡтисад колледжында уҡып йөрөгән Әлиә апайымдың республика олимпиадаһында уңышҡа ирешеүе лә - Әлимә Рәшит ҡыҙының эш һөҙөмтәһе.

Уны яратмау һәм хөрмәт итмәү мөмкин дә түгелдер, сөнки яратҡан уҡытыусы ғына түгел, дуҫыбыҙ, серҙәшебеҙ, кәңәшсебеҙ ҙә ул. Уның менән төрлө темаға рәхәтләнеп һөйләшергә мөмкин. Кемдең ниндәй кәйефтә булыуын шунда уҡ белеп, һиҙеп тора, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Әлимә Рәшит ҡыҙы синыфҡа килеп инһә, ҡояш та үҙенә эйәргән кеүек. Яғымлы, көләкәс йөҙөнән яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә. Уның һәр саҡ шат, күтәренке кәйефтә булыуы беҙҙең дә күңелдәрҙе күтәреп ебәрә.

Матур тауышы менән дә күптәрҙе әсир итә ул. Айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Республикабыҙҙа үткән күп кенә йыр бәйгеләре лауреаты бит үҙе.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бар яҡтан да матур булырға тейештер кеүек тойола миңә. Тап беҙҙең Әлимә апайыбыҙ һымаҡ. Уның бит үҙе лә, күңеле лә, ҡылған эштәре лә бик матур.

Юлиә МОРАТШИНА, VIII синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Ҡолғана мәктәбе.

 

 

                

Яратҡан уҡытыусым
Яратҡан уҡытыусым
Яратҡан уҡытыусым
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: