+32 °С
Ясна
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
5 Декабрь 2022, 05:50

Башҡорт теленә хат

Ҡәҙерле башҡорт телем! Һиңә Бүздәк районы Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы Розалина Ялалова хат яҙа. Мин VII синыфта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм.

Башҡортостанда тыуыуым менән үҙемде бәхетле һанайым. Тыуып үҫкән төйәгем, бәләкәй Ватаным Бүздәгемде башҡа бер ерҙәр ҙә алыштыра алмам төҫлө.

Туған телем татар теле булуына ҡарамаҫтан, башҡорт телен I синыфтан  яратып өйрәнәм. Башҡорт телендә китаптар уҡыйым, йырҙар тыңлайым, башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Яңыраҡ ҡына Ринат Камалдың «Таня - Таңһылыу» әҫәрен уҡып бөттөм. Ныҡ оҡшаны. Әҫәрҙә милли рух, туған тел, милләт-ара низах мәсьәләләре күтәрелгән. Кемдәр уның менән таныш, фәһем алғандарҙыр, моғайын. Дәрестәрҙә ошондай әҫәрҙәргә урын бирелеүе бик отошло, тип уйлайым.

Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тырышам. Башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Әнғәм ҡыҙы Шәрифуллина етәкселегендә сәнғәтле шиғыр һәм иншалар конкурстарында үҙемде һынап ҡарағаным булды. Өйөбөҙгә «Йәншишмә» гәзите, «Аманат» журналы килә.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: башҡорт теле, һин миңә әсәм телендәй ҡәҙерле һәм яҡын. Киләсәктә лә онотолмайынса, мәңге йәшә, эй, илһамлы, наҙлы, ғорур һәм хөрмәтле башҡорт теле!

Сәләм менән, Розалина Ялалова.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас