+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
7 Декабрь 2022, 09:15

Һандуғастай моңло тел ул

Мин  Айгүзәл Абдрахманова булам. Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле мәктәбенең II синыф уҡыусыһымын.

Һандуғастай моңло тел улҺандуғастай моңло тел ул
Һандуғастай моңло тел ул

Һәр милләттен үҙ теле бар. Ә минең туған телем - башҡорт теле. Атай-әсәйемдең теле ул. Мин уны һандуғастың монло тауышына тиңләр инем. Шул тиклем яғымлы, наҙлы, йырлы бит ул! Әлдә генә башҡорт ҡыҙы булып тыуғанмын!

Әсәй, әсәкәйем... Ниндәй матур яңғырай! Туған телем миңә әсәйем кеүек яҡын. Уның серҙәрен өйрәтеүсе әсәйемә һәм уҡытыусым Вероника Рәшид ҡыҙына ҙур рәхмәтемде әйтәһем килә.

Айгүзәл АБДРАХМАНОВА, II синыф уҡыусыһы.

 Мәсетле районы,

Хөсәйен Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе. 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас