+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
7 Декабря 2022, 06:10

Башҡорт телендә һөйләшәм!

 

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Йырлап торған матур тел .

Телем өсөн көрәшергә

Мин һәр ваҡытта  әҙер.

 

Рәхмәтлемен, уҡытыусым,

Өйрәттең туған телде.

Әлифбаның битен асып,

Башлап алдым белемде.

 

Башҡортмон, тип ғорурланып,

Йәшәйем тыуған илдә.

Әсәм теле - хазина ул,

Һөйләшәм туған телдә.

 

 Ралина ӘЛИМБӘКОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас