+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабря 2022, 05:25

Башҡорт булырға кәрәк!

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ — СӘСӘН ТЕЛЕ" бәйгеһе ҡатнашыусыһы!

Башҡорт телендә һөйләшәм

Һәр көндә һәм һәр ерҙә.

Яратам мин телкәйемде,

Ул һәр саҡ күңелемдә.

 

Өләсәйгә барған һайын

Һоҡланып мине тыңлай.

Башҡортса ғына һөйләшкәс,

Күп һөйләһәм дә тыймай.

 

-Ҡыҙғаныс бит, хәҙер күптәр

Үҙ телендә һөйләшмәй,

Шуға йөрәгем әрней, - тип

Эй, һуҡрана өләсәй.

 

Борсолма берүк, ҡәҙерлем,

Әсәм телен онотмам.

Ата-бабам хазинаһын,

Ҡомартҡымды ҡоротмам!

 

Бай, йомарт, моңло тел бит ул,

Ундайҙар ерҙә һирәк.

Телкәйем йәшәһен өсөн

Башҡорт булырға кәрәк!

 

Карина ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, V синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас