+22 °С
Ясна
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабрь 2022, 07:45

Башҡорт булыуым менән ғорурланам!

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ — СӘСӘН ТЕЛЕ" бәйгеһе ҡатнашыусыһы!

Миңә йәшәүгә көс бирә

Ирәндегем, Ҡыҙылым.

Тыуған еремде данлаған

Сая башҡорт ҡыҙымын.

Мин башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫтем, башҡорт мәктәбендә уҡыным. Хәҙер республикабыҙ ғорурлығы булған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алам. Башҡорт телендә иркен һөйләшәм, башҡорт йырҙарын яратып йырлайым, башҡорттоң милли музыка ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙа уйнайым. Был уңыштарым өсөн олатайым менән өләсәйемә рәхмәтлемен.

Әммә башҡорт ерендә йәшәп тә, милләте буйынса үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләп, үҙ телен белмәгән милләттәштәремә ҡарап аптырашта ҡалам.. Ә бит телебеҙ шундай бай, моңло, яғымлы. Әгәр ҙә үҙ башҡортобоҙҙоң теленә ҡарата битарафлығы һаман да шулай дауам итһә, халҡымдың юҡҡа сығыуы ла бик мөмкин.

 Хәҙер бит саф башҡорт ауылдарында ла балалар баҡсаһына йөрөгәндәргә тиклем урыҫса һөйләшә. Ниңә был хәлгә ата-әсәләре битараф икән? Ниңә өләсәйҙәре телдәрен ватып-емереп, шуларға урыҫса өндәшә икән? Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов:

"Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Теле юҡтың ғына иле юҡ,"- тип бик дөрөҫ яҙған. Шулай беҙ телебеҙҙән генә түгел, илебеҙҙән дә яҙырбыҙмы икән ни?!

Мине шул уйҙар ныҡ борсой.

Ә мин үҙем башҡорт булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Йырҙарыбыҙ ниндәй моңло, әкиәттәребеҙ ниндәй матур! Ә 4 мең йыллыҡ тарихы булған "Урал батыр" эпосы һуң! Ә беҙҙең ил, тел, азатлыҡ өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙ Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов кеүек батырҙарыбыҙ күп. Күренекле шәхестәребеҙ ҙә бихисап: Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Арыҫланлан Мөбәрәков, Йомабай Иҫәнбаев, Заһир Исмәғилев... Уларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Беҙ халҡыбыҙҙың данлыҡлы кешеләре менән ғорурланырға тейешбеҙ,уларҙың исемдәрен киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ. 

Һүҙемде йомғаҡлап, тиңдәштәремә шуны әйтер инем: әйҙәгеҙ, үҙ телебеҙгә юғалырға ирек ҡуймайыҡ. Яратайыҡ уны, ҡәҙерләйек!

Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, XI синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас