

Башҡортостанда - ғәзиз еребеҙҙә башҡорт телен өйрәнеп, белеп үҫкәнемә сикһеҙ шатланам. Улай ғына ла түгел, ғорурланам да.
Атайым да миңә быуындан-быуынға күсеп килгән башҡорт исеме Исламды ҡушҡан. Был исемде ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәм. Ысынлап та, шундай яғымлы, наҙлы тел ул башҡорт теле. Дүртенсе йыл инде Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы беҙгә башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтә. Туған телебеҙҙе хөрмәт итергә, һаҡларға, һөйөргә өйрәтеүгә күп көс һала. Башҡорт теленә хөрмәт уята белә яратҡан уҡытыусым. Шуның өсөн уға рәхмәтлемен. Башҡорт телен ныҡ яратам, уны артабан да өйрәнергә ант итәм. Шуға ла башҡаларға әйтер инем: “Һәр беребеҙ ата-әсәй телен беләйек, онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!" Юҡҡа ғына, әсәм теле – сәсән теле, тип әйтмәгәндәр бит!
Быуындан-быуынға
Бирелеп килгән.
Ата-бабаларҙан ҡалған
Үҙ телем – башҡорт теле.
Туған телем, башҡорт теле -
Әсәм-атамдың теле.
Минең телем – башҡорт теле,
Ғәзиздән-ғәзиз телем.
Ислам ҒӘЛИУЛЛИН, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.