+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабря 2022, 10:40

Уянайыҡ!

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ — СӘСӘН ТЕЛЕ" бәйгеһе ҡатнашыусыһы!

Уянайыҡ!Уянайыҡ!
Уянайыҡ!

Ҡобайыр

Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем,

Һеҙгә һөйләп китәйем.

Ил йортомдоң хәлдәрен,

Ғәзиз халҡым хәлдәрен

Теҙеп һөйләп үтәйем.

Һай, замандар,замандар,

Булған шундай замандар!

Аҡһаҡалдар, азаматтар

Йәштәргә үрнәк булып,

Башҡорт телен белгәндәр,

Уны данлап торғандар.

Йәш-елкенсәк, тай-тулаҡ

Ололарҙы ололап,

Башҡорт телен һөйгәндәр,

Уны һаҡлай белгәндәр.

Заман башҡа, заң башҡа,

Донъялар алға бара.

Ғәзиз туған телкәйем

Көндән-көн онотола.

Ябай башҡорт ауылында,

Балалар баҡсаһында

Һәр бер үткән байрам да

Урыҫ телендә бара.

Ауыл урамы буйлап

Йөрөй балалар уйнап.

Урыҫса һөйләшә улар,

Тормайҙар хатта уйлап.

Эй, милләтем, туғандарым!

Уянайыҡ моңһоҙлоҡтан,

Арынайыҡ ундай йәмһеҙ

Һәм дә яуыз ҡылыҡтан.

Һәләкәткә еткермәйек       

Ғәзиз башҡорт телебеҙҙе!

Туған телдә еткерәйек

Әйтә торған һүҙебеҙҙе!

Әсә теле – берәү генә,

Беҙ йәшәтһәк кенә йәшәр.

Уянайыҡ, милләттәштәр!

Берләшәйек, милләттәштәр!

 

Айгүзәл Исмәғилова, V синыф уҡыусыһы.

Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле мәктәбе.

Уянайыҡ!
Уянайыҡ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас