

Минең туған телем – башҡорт теле,
Милләт иткән ғәзиз халҡымды.
Тәбиғәте, матурлығы менән
Үҫтереүсе минең холҡомдо.
Үткәндәргә бер аҙ күҙ ташлаһаң,
Яҡлап сыҡҡан илем улдары:
Рәми, Бикбай... Тыуыр тағы шағир
Һәм тибрәтер шиғыр юлдарын.
Әсәм теле - халҡым хазинаһы,
Бирелгән ул миңә тыумыштан.
Быуын-быуын белер балалар ҙа,
Инҡар итмәҫ, уҙмаҫ уҙмыштан.
Киләсәккә ҙур өмөттәр бағам:
Илем үҫер, артыр милләтем.
Шиғыр яҙам, йәнә уйға сумам,
Асып һалам халҡым һәләтен.
Оҫта ҡурайсылар сыҡҡан унан,
Ҡумыҙсылар, йырсы, бейеүсе.
Хаҡ түгелдер: «Телһеҙ йәшәрем», - тип
Күкрәк киреп тороп йөрөүсе.
Әйтер һүҙем илем ҡосағында,
Тамыр йәйгән һәр бер халыҡҡа:
Кәмһетмә һин, үҫтер, ярат уны
Шатлан шундай халыҡ барлыҡҡа!
Регина МАННАПОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, 3-сө Красноусол мәктәбе.