

Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул.
Беҙҙең башҡорт телебеҙҙе лә мәңге сәскә атыусы гөлгә оҡшатам. Минең өсөн иң матур, иң наҙлы, иң ҡөҙрәтле, иң гүзәл, иң күркәм, иң ҡеүәтле тел ул. Шуға ла саф башҡортса рәхәтләнеп аралашам, туған телемде яратам һәм хөрмәт итәм. Башҡорт ҡыҙы булып тыуыуым менән үҙемде бәхетле һанайым.
Башҡорт теле хазинаһына төшөндөрөүсе, уның серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусым Эльвера Дамир ҡыҙына, ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә.
Йәшәһен башҡорт иле, йәшәһен башҡорт теле!
Элина ҒАТАУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы, Хөсәйен Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе.