+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
10 Декабря 2022, 06:15

Бер ҡасан да уны хур итмәм!

Нургөл ҒӘЛИКӘЕВА

Бер ҡасан да уны хур итмәм!Бер ҡасан да уны хур итмәм!
Бер ҡасан да уны хур итмәм!

Сәңгелдәктә ятҡанымда әсәй

Уҡығандыр миңә әкиәт.

Үҙ телемә һөйөү шунан килә,

Туған тел ул - тоғро әхирәт.

 

Әсәм телен балаларға бирҙем

Һәм һөйләшәм туған телемдә.

Ата-бабаларым һөйөнһөндәр

Һаҡлай тиеп ҡәҙер телемә.

 

Әсәм теле - миңә сәсән теле,

Бер ҡасан да уны хур итмәм!

Кәрәк саҡта терәге лә булам,

Үҙ телемдән өҫтөн тел белмәм.

Нургөл ҒӘЛИКӘЕВА.

Белорет ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас