

Әсәм теле миңә сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ:
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла халҡы юк
Рәми Ғарипов
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерле ғәзиз әсә, тыуған тупраҡ, иң татлыһы - эскән һыу, иң йылыһы һәм иң күркәме - һине йылыткан тыуған өй, тыуған тәбиғәт, иң наҙлыһы - туған тел.
Һәр кемгә тыуған яғы — иң яҡын төйәк. Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған ерен онотмай. Донъяла ниндәй генә гүзәл ил булмаһын, үҙ иленән дә яҡыны юҡ. Тыуған ил, туған тел төшөнсәләре бер береһе менән бик тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш тип уйлайым, сөнки Рәми Ғарипов "Аманат" тигән ҡобайырында ошоноң тураһында бик тә оҫта әйтеп киткән:"Телең барҙа – илең бар, илең барҙа – иркең бар!”. Ысынлап та, ошо һүҙҙәргә ҙур мәғәнә һалынған. Һәр бер кеше, hаyалағы ҡош һымаҡ, ирекле булырға ынтыла, ләкин илһеҙ, туған телһеҙ уның тураһында уйламаһа ла була. Башҡорт телендә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бик күп гәзит-журналдар донъя күрә. Ошо баҫмаларҙа республикала халҡы үҙенең шатлыҡтары, проблемалары, ҡайғылары менән уртаҡлаша, ә бихисап телевизор тапшырыуҙары сафлыкка, матурлыҡҡа, миһырбанлыкка ымһындыра, әйҙәй. Шуның өсөн, мин үҙем дә “Аманат", "Акбуҙат", "Йәншишмә"кеүек туған телемдә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы яратып уҡыйым. Уларҙан фәһемле мәғлүмәттәр алам, республикалағы яңылыҡтар менән танышам.
Шулар менән бер рәттән илебеҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, байтарихын тергеҙә бара. Ауылыбыҙҙа, мәҫәлән, "Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сəйе", "Ҡаҙ өмəhe" кеүек боронғо башҡорт йолалары әүҙем үткәрелә.
Башҡорт теле - ата-бабаларҙан ҡалған иң ғәзиз бүләк, васыят. Үҙен бошҡортмон, тип һанаған һәр бер кеше, һис сикһеҙ, туған телен белергәтейеш.
Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип уйлайым, сөнки мин башҡортмон, мәктәптә башҡорт телен уҡыйым, дуҫтарым, яҡындарым менән саф башҡортса аралашам. Киләсәктә милләтемде, телемде һаҡлап ҡалыу маҡсатында мин фәкәт башкорт ҡыҙына өйләнергә тейешмен.
Әлбиттә, үҙ телен һанға һуҡмаусылар ҙа осрап ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр урыҫ телендә һөйләшеүҙе хуп күрә, туған телдәрен бөтөнләй онотоусылар ҙа юҡ түгел. Балаларҙа туған телгә, милләткә һөйөү тәрбиәләү һәр ата-әсәнең изге бурысы икәнде онотмаһындар ине!
Киләсәктә илебеҙ сәскә атыр, яңы үрҙәргә үрләр, бай телле, мөһабәт ил булып, донъяға билдәле булыр тип ышанғым килә. Дуҫтар, минең өмөттәремде юҡҡа сығармағыҙ, әйҙәгеҙ бергәләп халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы булған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, үҫтерәйек һәм бөйөк башҡорт илен һаҡлап алып ҡалайыҡ!
Айтуған БАРЛЫБАЕВ, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбе.