+24 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
10 Декабря 2022, 05:30

Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы

14 декабрҙә, күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, Башҡорт теле көнөн байрам итәсәкбеҙ. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә «Аҡмулла уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙа. Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән Бишбүләк районында ла Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Сөнки Мифтахетдин Камалетдин улы Миәкә районының Туҡһанбай ауылында тыуһа ла, әсәһе Бишбүләк районының Айыт ауылынан бит. Шуға ла Айыт мәсетенә Аҡмулла исемен биргәндәр.

Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙыМеңдәр үҙ премияһын тапшырҙы
Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы

Бишбүләк ерендә «Аҡмулла уҡыу­ҙары» икенсе йыл уҙҙы. Артабан да был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов һәм уның урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов тәҡдиме менән бына бер нисә йыл инде район балалары араһында ошондай матур конкурстар, кисәләр үткәрелә. Иң тырыш, әүҙем уҡыусыларға үҙҙәренең премияһын да тапшыралар. Йәш яҡташтарын телде, тыуған яҡ тарихын өйрәнергә дәртләндергән йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәренә: «Афарин!» – тибеҙ.
Районда уҙған «Аҡмулла уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурсында 15 мәктәптән башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мордва балалары ҡатнашты. Улар туған телдәрендә Аҡмулла шиғырҙарын һөйләне. Бәйге 5 номинация буйынса ойошторолғайны: Аҡмулланың тормошо һәм ижадына арнап ижад ителгән шиғыр, эссе, иншалар; Аҡмулланың ижадын төплө өйрәнгән яҙыусы Фәнис Янышев әҫәрҙәре буйынса ижади эштәр; Аҡмулла һәм Фәнис Янышев әҫәрҙәренә һүрәттәр; башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә мәғрифәтсе-шағирыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләү; «Аҡмулланың тормошо һәм ижады», «Аҡмулла – рәссамдар образында» темаларына муль­тимедиа проекттары, презентациялар.
Бишбүләктәге 1-се мәктәпкә еңеүселәрҙе һәм призлы урын алыусы уҡыусыларҙы тәбрикләргә район хакимиәтенән вәкилдәр, Туҡһанбайҙағы Аҡмулла музейы етәксеһе Миләүшә Ғәйнетдинова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, яҙыу­сы Фәнис Янышев, Өфөнән виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, моңло тауышлы йырсы Искәндәр Ғәзизов, актёр, режиссёр Илнур Лоҡманов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
«Табын» халыҡ ижады коллективы етәксеһе Илнур Лоҡманов яңыраҡ ҡына премьераһы булған «Аҡмулла» спектакле тураһында һөйләп үтте.
– Тәүҙә спектакль өсөн Аҡмулла тураһында материалдар бик әҙ ине. Эшебеҙҙе Фәнис Янышев йыйған мәғлүмәттәр ярҙамында атҡарып сыҡтыҡ. Намыҫлы, үҙенең халҡына хеҙмәт иткән мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла тураһында киләсәк быуын белеп үҫергә тейеш, – тине ул.
Ә бер мәл сәхнәгә Аҡмулланың килеп сығыуы һәм шиғырын уҡыуы барыһын да һиҫкәндереп ебәрҙе. Спектаклдә төп ролде башҡарыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айса Ейәнбәевтың бар булмышы менән бирелеп, килештереп уйнауы һоҡландырҙы.
Ҡобағош булған бейем,
Мең ҡәүеме, тим, илем,
Һыулаған һыуым – Димем,
Тапмамын уның тиңен.
Ҡайҙа ғына барһам да:
«Аҫабамын мин!» – тимен.
Әйткәндәй, Бишбүләк уҡыусылары район мәҙәниәт йортонда ошо спектаклде тәүгеләрҙән булып ҡарау бәхетенә иреште.
Быйыл да «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы премиялары тапшырылды. Бишбүләктең телһөйәр, тырыш, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан балалары лайыҡ булды уға: Айыт мәктәбенең IX синыфынан Дилара Мөхтәсимова, Дим мәктәбенең IX синыфынан Зарина Хәйретдинова, Ҡаныҡай мәктәбенең VI синыфынан Байрас Батраев, шул уҡ мәктәптең VII синыфынан Радмила Сәфәрғәлиева, Йылболаҡтамаҡтан VII синыф уҡыусыһы Илүзә Хәмитова, Бишбүләктәге 1-се мәктәптән Камила Ғатауллина (Х синыф) һәм V синыф уҡыу­сыһы Ралина Шәйәхмәтова, Бишбүләктәге 2-се мәктәптән VII синыф уҡыу­сыһы Әлиә Мөхәмәтова. Әлбиттә, уҡытыусылары ла билдәләп үтелде. Эльза Мөхтәсимова (Айыт) – Почёт грамотаһы, Сөмбөл Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай), Сәлимә Ғатауллина һәм Гөлнара Ғәлимова (Бишбүләктәге 1-се мәктәп) Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
– Мин Фәтих Кәрим исемендәге Айыт мәктәбендә уҡыйым, – тип таныштырҙы үҙе менән Дилара Мөхтәсимова. – Төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа ҡатнашырға яратам. Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған байрамда һәм «Аҡмулла уҡыуҙары»нда шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә I урын алдым. Шулай уҡ миңә биология һәм химия фәндәре оҡшай.
Айыт мәктәбенән тағы Азалиә Ғабдуллина менән Данияр Сәйетғәлиев тә килгәйне. Азалиә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғырын һайлаһа, Данияр – «Уяныу»ҙы. Ул быйыл «Урал батыр» эпосын да ятлай башларға уйлай. Афарин! Тимәк, ошондай саралар уҡыусыларҙа туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, бөйөк эпосыбыҙға ҡарата иғтибарҙы, ихтирамды арттыра, тигән һүҙ.
«Аҡмулла уҡыуҙары» конкурсының еңеүселәрен иғлан итер мәлде лә балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һәр номинация буйынса эштәре иң яҡшылары тип табылған уҡыусылар район мәғариф бүлегенең, «Мең ырыу­ҙары» ойошмаһының дипломдарына лайыҡ булды.
Башҡорт теле көнө юҡҡа ғына Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнмәй. Уның ижады башҡорт әҙәби теле үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мәғрифәтсе, күренекле башҡорт шағирының исеме Башҡорт дәүләт педагогия университетына бирелгән. Миәкә районында 1989 йылда уҡ уның исемендәге премия булдырылған. «Аҡмулла уҡыуҙары» конкурсын ябыу тантанаһына йыйылған мең ырыуы вәкилдәре уның исемендәге премия дәүләт кимәлендә тапшырылһын ине, тигән теләктәрен дә белдерҙе. Ысынлап та, шулай дөрөҫ булыр ине, эйе бит?


Э. РӘШИТОВА.
Бишбүләк районы.

Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы
Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы
Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы
Меңдәр үҙ премияһын тапшырҙы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас