+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
10 Декабря 2022, 11:56

Тел тураһында мәҡәлдәр

Иғтибарығыҙға тел тураһында мәҡәлдәр тәҡдим итәбеҙ. Телдең күрке - һүҙ.

Тел тураһында мәҡәлдәрТел тураһында мәҡәлдәр
Тел тураһында мәҡәлдәр

 Теле барҙың иле бар.

Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.

Татлы тел таш ярыр.

Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа. 

Тел һөйләй, ҡул эшләй.

Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.

Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.

Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.

Иләк һорарға ла тел кәрәк.

Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.

Аҙ һөйлә - күп эшлә.

Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

Тартай теленән табыр.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас