

Әле Өфө ҡалаһында йәшәһәм дә, Хәйбулла районы Сик ауылында тыуғанмын. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында III синыфта белем алам. Уҡытыусыбыҙ Көнһылыу Салауат ҡыҙы башҡа фәндәр менән бер рәттән беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәрен дә уҡыта. Мин өйҙә лә һәм мәктәптә лә башҡортса һөйләшергә тырышам. Әсәйем:
-Өйҙөң тупһаһынан ашатлап ингәс, урыҫ теле тышта ҡалһын, өйҙә үҙ-ара туған телдә генә һөйләшәйек, - ти.
Ҡустыма 5 йәш булһа ла һөйләшә һәм атлай белмәй, сөнки ул ауырый. Шулай ҙа, уның менән һөйләшергә тырышам, ул мине аңлай, тип уйлайым. Ҡасан да булһа теле асылһа, башҡортса һөйләшә башлар, тип ышанам, ул бит беҙҙең туған телебеҙ. Шулай уҡ, башҡортса тасуири итеп уҡырға, шығыр ятларға яратам. Беҙ туған телебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Сөнки Аллаһ уны беҙгә аманат итеп биргән.
Зөләйха АСҠАРОВА,
Өфө ҡалаһы,
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының
III "Г "синыфы уҡыусыһы.



