

Миңә йәшәүгә көс бирә
Ирәндегем, Ҡыҙылым.
Тыуған еремде данлаған
Сая башҡорт ҡыҙымын...
Мин башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫтем, башланғыс белемде үҙ төйәгемдә алһам, хәҙер республикабыҙ ғорурлығы булған, бай тарихлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алыуымды дауам итәм. Башҡорт телендә иркен һөйләшәм, башҡорт йырҙарын яратып йырлайым, башҡорттоң милли музыка ҡоралы – ҡыл-ҡумыҙҙа уйнайым. Был уңыштарым өсөн олатайым менән өләсәйемә рәхмәтлемен.
Әммә башҡорт ерендә йәшәп тә үҙ телдәрен белмәгән милләттәштәремә хайран ҡалам. Ә бит телебеҙ шундай бай, моңло, яғымлы. Әгәр ҙә ошондай битарафлыҡ шулай дауам итһә, халҡымдың юҡҡа сығыуы ла бик мөмкин, тип уйлайым. Хәҙер башҡорт ауылдарында ла балалар баҡсаһына йөрөгәндәр тик урыҫса һөйләшә. Ниңә ошо хәлгә ата-әсәһе битараф икән? Ниңә өләсәйҙәре телдәрен ватып-емереп, шуларға урыҫса өндәшә икән? Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов:
"Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Теле юҡтың ғына иле юҡ", – тип бик дөрөҫ яҙған бит. Шулай беҙ телебеҙҙән генә түгел, илебеҙҙән дә яҙырбыҙмы икән ни?! Мине ошолар ныҡ уйландыра.
Ә мин, әлбиттә, үҙем башҡорт булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Йырҙарыбыҙ ниндәй моңло, әкиәттәребеҙ ниндәй тылсымлы! Ә 4 мең йыллыҡ тарихы булған "Урал батыр" эпосы һуң?! Ә беҙҙең ил, тел азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙ Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Ҡаһым түрә, Муса Мортазин, Таһир Күсимов... Күренекле шәхестәребеҙ бар: Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Арыҫлан Мөбәрәков, Йомабай Иҫәнбаев, Заһир Исмәғилев... Үҙҙәрен һанап бөтөрлөк тә түгел. Беҙ улар менән ғорурланып, уларҙы өйрәнеп, артабан киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ бит. Ә телде яратмайынса, уны белмәйенсә һаҡлап буламы һуң?!
Тиңдәштәремә әйтер һүҙем шул: әйҙәгеҙ, үҙ телебеҙгә юғалырға ирек ҡуймайыҡ. Яратайыҡ уны, ҡәҙерләйек. Рәми Ғарипов әйтмешләй:
"Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына халҡы юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ".
Ләйлә Нөғәмәнова, IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.