+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2022, 16:46

Берҙәм башҡорт теле дәресе үтәсәк

Республика мәктәптәрендә 14 декабрҙә "Башҡорт телен яратам" тигән берҙәм дәрес үтәсәк. Башҡорт теле көнө айҡанлы ҡайһы бер белем усаҡтарында башҡорт теле аҙналыҡтары бара.

Берҙәм башҡорт теле дәресе үтәсәкБерҙәм башҡорт теле дәресе үтәсәк
Берҙәм башҡорт теле дәресе үтәсәк

Уҡыусылар  күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын, тормош юлын өйрәнә. Флешмобтарҙа ҡатнашып, башҡорт телендә шиғырҙар һөйләйҙәр, башҡортса фильмдар ҡарайҙар, конкурстарҙа ҡатнашалар.

Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптә лә матур саралар ойошторалар. Бишенселәр, мәҫәлән, үҙ ҡулдары менән китапсыҡтар эшләп, башҡорт теле тураһында шиғырҙар яҙғандар. 

Фото "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас