

Мин — башҡорт. Үҙемдең туған телемдә һөйләшәм.Туған телемдә яҙылған ҡыҙыҡлы әкиәттәр, мауыҡтырғыс хикәйәләр, иҫ киткес матур шиғырҙар уҡырға яратам.Башҡорт теле -
иң бороңғо,иң бай телдәрҙең береһе бит ул! Мең-мең йылдар аша һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмай беҙҙең көндәргә килеп еткән. Бар донъяға билдәле “Урал батыр “ эпосы ғына үҙе ни тора! Ә шағирҙар үҙ ижадында телемде берсә һандуғас һайрауына, берсә шишмә тауышына, берсә талир тәңкә сыңлауына оҡшата.
Башҡорт булыуым менән ғорурланам, телемде ныҡ яратам.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған
Эҙем бар.
Быуындарға ялғап
Быуындарҙы
Илде тотҡан телем,
Һүҙем бар.
Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Әлкә мәктәбе.