+27 °С
Болотло
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2022, 09:45

Тел яҙмышы – беҙҙең ҡулда!

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

Илһеҙ, Ерһеҙ, Телһеҙ тороп ҡалһаҡ,
Кем булырбыҙ, башҡорт туғандар!

Лилиә Ҡәйепова


Тарих дәресе бара. Һәр уҡыусының алдында планшет, ҡолаҡсындар. Эйе, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған дәрес. Бының менән бер кемде лә аптыратып булмай. Синыфташтарымдың күбеһе уҡытыусыбыҙҙы иғтибар менән тыңлай, ә ҡайһылары битараф ҡиәфәттә. Мин дә шул аҙҙаҡылар рәтендә инем… Уҡытыусымдың әйткән һуңғы һүҙҙәренән һиҫкәнеп киттем. Ул интернет селтәренән бик борон башҡорт тигән халыҡтың тормош-көнкүреше, әлифбаһы менән танышырға ҡушты. Шул саҡ йөрәк тәңгәлемде нимәлер семеткән кеүек булды һәм һауа етмәгәнен тойҙом. Ярҙам һорап хатта ҡысҡырып ебәрҙем. Үҙемдең тауышыма һиҫкәнеп уянып киттем. Төш икәнлеген аңлағас, шул тиклем ҡыуанғанымды күрһәгеҙ икән! Шулай ҙа төш ҡуҙғатҡан уйҙарым йомғағы бер-бер артлы артабан сиселеүен дауам итте. Ярай әле йәкшәмбе көн ине. Юғиһә, уйҙарым сырмалсығына уралып, дәрес тыңлау ҡайғыһы ла булмаҫ ине, моғайын.
Башҡорт теле… Яҙмышың шул тиклем дә аяныслымы ни? Улай тиһәң, башҡортса ауыҙ тултырып аралашҡан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп алған тиҫтерҙәрем байтаҡ. Мин үҙем дә донъяны иң беренсе үҙ телемдә – башҡорт телендә танып белдем. Илем дә, телем дә берҙәй күңелемә яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки ил һәм тел төшөнсәһе бер бөтөн. Халыҡ туған теле, Тыуған иле менән көслө икәнен бар булмышым менән аңлайым. Ә шулай ҙа миҙал ике яҡлы булған кеүек, был юҫыҡта ла ҡытыршылыҡтар юҡ түгел. Мәҫәлән,күптәр баланы бәләкәйҙән башҡортса һөйләштереп үҫтерһәң, урыҫ телен белмәй ҡалыр, тип уйлай, әммә был һис дөрөҫ түгел! Үҙ телендә теле асылған, фекер йөрөткән баланың аң кимәле башҡа балаларҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ була, тип яҙыла бит. Бәлки, улай уҡ түгелдер ҙә, әммә бер тел икенсе телде үҙләштереүгә һис бер ҡамасаулыҡ итмәй, киреһенсә, күберәк тел өйрәнгән һайын интеллект та арта ғына бара. Инглиз теле йылдан–йыл донъяны нығыраҡ яулай, әммә берәү ҙә “Нимәгә ул урыҫ йәки башҡорт теле?” тип әйтмәй бит. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер атай-әсәйҙәр үҙҙәре лә телде йүнләп белмәй, етмәһә, балаларын да туған телдән мәхрүм итә. Үҙ-ара, хатта ике башҡорт һөйләшкән саҡта ла таҙа башҡорт телендә һөйләшмәгән осраҡтар күп. Был, әлбиттә, көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Быларҙы нисек хәл итергә?
Ер йөҙөндә кешелекте Хоҙай тәғәлә иң аҡыллыһы, иң камилы итеп яратҡан. Кешегә, тимәк, миңә, һиңә, беҙгә, күҙәтеү, сағыштырыу, һығымталар яһау, фәһем алыу, һабаҡ биреү кеүек ғәжәп мөмкинлектәр бирелгән. Үткән төндә күргән, мине битарафлыҡтан уятып ебәргән был төшөмдән һуң мин шундай һығымталар яһаным: беренсенән,телебеҙҙе һаҡлауҙа беҙҙең, уҡыусыларҙың, бурысы – ул башҡортса аралашыу, төплө белем алыу, үҫмерҙәр өсөн сығарылған матбуғаттарға әүҙем яҙышыу. Икенсенән, башҡорт телендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурс, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыу. Өсөнсөнән, битарафлыҡ, артыҡ сабырлыҡ кеүек холоҡ-фиғелебеҙҙе төбө-тамыры менән йолҡоп ырғытыу. Үҙем нәҡ шулай эшләнем дә инде. “Йәншишмә” гәзитенә яҙылғайным инде, шуға өҫтәп “Аманат” журналына үҙем генә яҙылып ҡалманым, ә синыфташтарымды ла өгөтләп яҙҙырҙым. Атайымдан һылыуҙарым өсөн “Аҡбуҙат” журналына яҙылыуын һораным. Тағы ла “Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсында маҡтаулы - беренсе урын яуланым. Фәнни-эҙләнеү эшемде лә дауам итергә тигән хыялым бар. Былар инде телемдең ныҡлы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге өсөн эшләнгән кескәй генә бер тамсыһы. Ҙур йылғалар ҙа бит кескәй инештәрҙән башлана, тип йыуатам үҙемде.
Боронғо атай-олатайҙарыбыҙ тарафынан быуындарҙан-быуындарға тапшырылып, беҙгә килеп еткән хазинабыҙҙы үҙебеҙҙең балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә түкмәй-сәсмәй еткерә алһаҡ ине. Был - минең дә, һинең дә киләсәк алдындағы изге бурыс, хөрмәтле дуҫтарым! Халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының береһе, башҡорт халыҡ шағиры  Рауил Бикбаев бына нимә ти тел тураһында:
“Бер юғалтҡан ерҙе яңынан яулап алырға мөмкин. Уға көс менән булһа ла, тир түгеп булһа ла, ҡан ҡойоп булһа ла ҡабат хужа булып була…
Ә бына бер үлгән телде һис ҡасан да, һис бер мөғжизә менән дә терелтеү мөмкин түгел. Туған теленән яҙған, милли моңдарынан мәхрүм булып, милли асылынан айырылып үҫкән кешеләрҙең яңынан тыуған мөхиткә әйләнеп ҡайтыуҙары, әсә телендә яңынан телдәре асылыуы һирәк була торған хәл”
Эйе, хаҡ һүҙәр, мин килешәм. Мәҫәлән, мишәрҙәрҙе төҫтәре, холоҡтары яғынан башҡа милләттәрҙән айырып була, әммә улар бөгөн милли берәмек түгел. Улар менән күпме рухи байлыҡ юғалды?! Моң, ғөрөф-ғәҙәттәр, милли бейеүҙәр һәм башҡалар. Ә башҡорт халҡы ошо яҙмышҡа дусар ителһә? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Етмәһә, 2009 йылда ЮНЕСКО атласына туған телебеҙ юғалып барған телдәр иҫәбенә индерелгән, тигән шомло мәғлүмәтте лә инҡар итеп булмай.
Кешелекте алға этәреүсе, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы берҙән-бер ҡоралыбыҙҙы һаҡлау- һәр ҡайһыбыҙҙың киләсәк алдындағы изге бурысы, хөрмәтле милләттәшем. Беҙ –Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге! Телебеҙ, илебеҙ яҙмышы – беҙҙең ҡулда.

 

Алһыу БАЙМЫРҘИНА, IX синыф уҡыусыһы.

Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се мәктәп.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас