

Халҡым телем миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Ысынлап та, башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов «Иле юҡтың ғына теле юҡ!» - тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Һәр милләттең үҙ туған теле йәшәһен. Тел юҡ икән – ил дә, халыҡ та, милләт тә юҡ. Туған телен юғалтҡан милләт йәшәүҙән туҡтай.
Һәр кеше үҙ туған теле өсөн көрәшергә, уны һөйөргә, яратырға һәм һаҡларға тейеш. Һәр кемгә үҙ теле яҡын.
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һанға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!
Беҙ ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниҙәр генә эшләһәк тә, үҙебеҙҙең телебеҙ менән ғорурланабыҙ, уға тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ. Телебеҙ шундай матур, бай, шундай моңло һәм яғымлы. Шағирҙар уға арнап күпме мәҙхиә яҙған. Рәми Ғариповтың ғына әсә теленә арналған шиғырының һәр юлында киң мәғәнәле һүҙҙәр ята.
Мин башҡортмон! Һәм бының менән мин ғоурланам! Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе үҫтереү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға, милләтебеҙҙе алға әйҙәргә, тарихыбыҙҙы хаҡларға тейешбеҙ. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ, туған телебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа. Иң ҙур хазиналарыбыҙҙы юғалтырға юл ҡуймайыҡ!
Гөлсөм ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Аҫҡар мәктәбе.