

Мин - Артём, республиканың һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә белем алам. Беҙҙең дистанцион үҙәктең ете бүлексәһе бар: Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Туймазы, Белорет ҡалаларында һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылында. Мин Дыуан бүлексәһендә, VIII синыфта уҡыйым.
Урыҫ, инглиз һәм башҡорт телдәрен яратып өйрәнәм. Башҡорт теленән уҡытыусым Айһылыу Рәйес ҡыҙы Сирбаева уҡыта. Беҙ бергәләп башҡортса һөйләшергә өйрәнәбеҙ һәм Башҡортостандың билдәле шәхестәре менән танышабыҙ, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижадын өйрәнәбеҙ.
Башҡорт теле беҙҙең республикала дәүләт теле булып тора. Шуға ла уны өйрәнергә, уҡырға, белергә кәрәк, тип уйлайым. Хәҙер башҡорт телен мәктәптә генә түгел, минең кеүек дистанцион уҡып та өйрәнеп була. Бының өсөн төрлө дәреслектәр, интерактив уйындар, хатта мобиль ҡушылмалар бар. Беҙ уҡытыусым менән ошо заманса технологияларҙы башҡорт теле дәресендә ҡулланабыҙ, шуға ла телде өйрәнеү ҡыҙыҡ та, уңайлы ла. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн әлеге көндә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик теләк кенә булһын.
Артём ШАМИЛОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Дыуан районы.