+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабря 2022, 06:15

Телем минең – хазинам!

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

Телем минең – хазинам!Телем минең – хазинам!
Телем минең – хазинам!

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт ерендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә...

Һоҡланып та, ғорурланып та телевизорҙан йыр тыңлайым. Күҙ алдына тыуған ерем, киң далалы Хәйбулла килеп баҫа. Наҙлап иҫкән елдәр, шыбырлашҡан япраҡтар, күктәге ҡояш та мине башҡортса сәләмләй кеүек. Ауылымды икегә бүлеп аҡҡан Ташлы йылғаһы сылтыр-сылтыр хәлен һөйләгәндәй.
Эйе, мин – башҡорт ҡыҙы! Атай-әсәйем был яҡты донъяны ғына түгел, телемде лә бүләк иткән. Балалары тыуғас, яратып башҡорт исемдәре биргәндәр. Арыҫлан кеүек батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, сыҙам да булһын, тип ағайым - Арыҫлан, ә ҡыйғас ҡара ҡашлы, һылыу йөҙлө апайым Айгүзәл булып киткән. Минең исемем тыныс тәбиғәтле, ышаныслы, тоғро тигәнде аңлата. Бала сағымдан үҙ телемдә бишек йырҙары , әкиәттәр тыңлап, йырҙар йырлап үҫтем. Балалар баҡсаһына бармай, ҡартәсәйем менән өйҙә ҡалыу үҙе бер байрам ине, сөнки ул тарих та һөйләне, эшкә лә өйрәтте мине. Уйнап үҫкән ҡурсаҡтарым да башҡорт бит, башында ҡашмау, балитәкле күлдәк, биҙәкле камзулы ла бар, ә селтәренә үҫәргәндәр тамғаһы һалынған.

Тыуған илде яратыу, телемде ихтирам итеү бына шулай бала саҡтан күңелемә һеңгән. Телем минең – хазинам. Ә ошо байлығымды киләсәккә тапшырыу – минең бурысым!


Әминә БИЛАЛОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас