+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2022, 07:45

"Китап"та — Башҡорт теле көнө

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  "Китап" нәшриәтенең магазинында "Башҡорт теле көнө"нә арналған байрам үтте. Унда баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан уҡыусылар ҙа ҡатнашты.

Сараны нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева асып ебәрҙе, барыһын да байрам менән  ҡотлап, башҡорт телен һаҡлау һәм артабан да үҫтереү буйынса "Китап" нәшриәтенең ҙур эштәр башҡарыуын билдәләп үтте.

Балалар әҙәбиәте бүлеге етәксеһе Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы Теләмова быйыл баҫылып сыҡҡан балалар китаптарына байҡау яһаны.

Билдәле яҙыусылар Әлфиә Әсәҙуллина, Гөлнара Мостафина һәм Рәзилә Ырыҫҡужиналар йәш китап уҡыусыларға өр-яңы баҫмаларын тәҡдим итте. Нәшриәттә яңы донъя күргән "Йөнтәфи" исемле ҡыҙыҡлы китап менән (авторы- Мөҙәрис Багаев) шағирә Зөһрә Ҡологилдина таныштырҙы.

Яҙыусылар балалар менән ҡыҙыҡлы һәм шаяртыу ҡатыш уйындар ойошторҙо, йомаҡтар ҡойҙо. Уҡыусыларҙың ихлас яуаптарынан уларҙың башҡорт телен яҡшы белеүҙәренә һоҡланды өлкәндәр. Балалар ҡунаҡтарҙы шиғри күстәнәстәр менән шатландырҙы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенән уларға китаптар бүләк ителде, балалар әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре иһә тәмлекәстәр менән һыйланы.

Ижадсыларҙың уҡыусылар менән осрашыуы үҙенә генә хас ябай ҙа, файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла, йылы ла булды. 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та  —  Башҡорт теле көнө
"Китап"та — Башҡорт теле көнө
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас