+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2022, 22:14

"Минең Рәми - 90" шиғриәт конкурсы еңеүселәре кемдәр?

Бөгөн "Башҡортостан" концерт залында "Минең Рәми - 90" республика шиғриәт бәйгеһенең финалы уҙҙы.

Бәйге  шағирҙың тыуған көнөндә - 12 февралдә башланғайны. Барлығы 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 3 этапты уңышлы үтеп, 9 бала һәм 9 өлкән кеше финалға сыҡты. Бөгөн 18 йәштән өлкән конкурсанттарҙың береһе финалға килә алманы. 

Һүҙ оҫталары финалдың тәүге турында Рәми Ғариповҡа арналған шиғырҙарҙы һөйләһә, икенсеһендә халыҡ шағирының йәрәбә буйынса эләккән әҫәрен ятланы. Билдәле булыуынса алдан ете шиғырын ятларға тейеш инеләр.

Уҡыусыларҙың да, өлкәндәрҙең дә Рәми Ғарипов һүҙен йөрәктәре аша үткәреп тамашасыға еткерә алыуҙары һоҡландырҙы. Уларҙың сығыштарын абруйлы жюри комиссияһы ағзалары баһаланы. Гран-при кемгә эләгер? Быны тамашасы һиҙҙе, әлбиттә. Хәйбулланан Тимур Сынбулатов ике турҙа ла иң юғары балдарға лайыҡ булды. Ул - Гран-при хужаһы һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк алды. Гран-при, йәғни, абсолют еңеүсе берәү генә була тип, ойоштороусылар алдан уҡ белдергәйне.

Уҡыусылар араһында I урынға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһынан Илназ Исхаҡов һәм Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһынан Самир Латипов лайыҡ булды. Уларға 70 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. 

Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында уҙғарылды. 

Автор фотолары.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: