+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2022, 18:30

Рәми Ғарипов шиғырҙары сауҙа үҙәктәрендә яңғыраны

Башҡорт теле көнөндә Өфөләге сауҙа үҙәктәрендә республиканың театрҙары артистары һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән “Шиғри аш” акцияһы сиктәрендә үҙенсәлекле флешмоб ойошторҙо: төрлө фудкорт майҙансыҡтарында Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры яңғыраны. 

 Флешмобты башлап ебәреүселәр тип Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының йәш сәхнә оҫталарын атарға мөмкин.

— Бөгөнгө сара бөйөк мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә, Башҡорт тел көнөнә һәм бөйөк шағирыбыҙ Рәмигә арналды. Телебеҙ бай тарихлы һәм бик боронғо. Быуаттар буйы йыйылған аҡыл-нәсихәттәр нәҡ ошо телдә һаҡланып килгән, быуындан быыуынға тапшырылған. Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә алтын-көмөштән дә ҡәҙерле рухи ҡомартҡы, аманат булып башҡорт телебеҙ ҡалған, — тип билдәләй Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисткаһы Сулпан Әбдрахимова.

 

Сығанаҡ һәм фото: shonkar

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: