

Әсәм теле - татлы тел,
Иң ҡәҙерле, моңло тел.
Фани донъяға килгәндә
Тәүге ауаз һалған тел.
Белем, тәрбиә һәм аҡыл,
Ҡеүәт биргән ҡотло тел.
Иртән сәстәремдән һыйпап
Уятҡан иң наҙлы тел.
Йөрәктәргә көс биреүсе,
Нур һибеүсе туған тел.
Ҡыуанып йәшәргә дарман,
Дәртен биргән бөйөк тел.
Ул минең туған телем!
Ул минең әсә телем!
Дарина ТОҠОМОВА, V синыф уҡыусыһы.
Нуриман районы, Яңы Күл мәктәбе.