+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2022, 07:20

Татыу туғандар

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

Татыу туғандарТатыу туғандар
Татыу туғандар

Борон – борон заманда йәшәгән, ти, Тел исемле батша. Унын Урыҫ, Татар, Башҡорт исемле улдары булған икән. Үҙ-ара бик татыу һәм берҙәм йәшәгәндәр. Урыҫ, иң өлкәне булараҡ, ҡустыларын ҡарап, һаҡлап ҡына йөрөткән. Бер көндө батша улдарын саҡырып алған да былай тигән:
- Уландар, һеҙ инде ир етеп киләһегеҙ, шуға күрә ил гиҙеп, һөнәр алып, үҙ донъяғыҙҙы ҡорорға ваҡыт етте.

Малайҙар аталарының һүҙен йыҡмай, төйөнсәктәрен аҫып, ата-әсәләре менән хушлашып, юлға сығып киткән. Ҡара урмандар, тау-таштар аша бик оҙаҡ барған улар. Бер саҡ иң өлкән ағалары:
- Ҡустылар, былай оҙаҡ барыуҙың бер ҙә фәтеүәһе юҡ, әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ үҙ юлы менән китһен, һунынан үҙ донъябыҙҙы төҙөгәс, осрашырбыҙ, - тип тәҡдим иткән.

Бөтәһе лә риза булған. Урыҫ - тура, Башҡорт - уңға, Татар һул яҡҡа юл тотҡан.
Урыҫ, оҙаҡ барғандан һуң, бер ҙур ғына илгә килеп сыҡҡан. Унда бик татыу халыҡ йәшәгән, ти. Ул һатыусы һөнәрен үҙләштереп, бик хәлле генә сауҙәгәр булып киткән. Унын даны тирә-яҡҡа ла таралған, ти. Уртансыһы, Татар исемлеһе, атаҡлы тимерсе булып танылған. Уға алыҫ илдәрҙән килеп, төрлө әйберҙәр эшләтәләр икән. Башҡорт исемле иң кесе улдары балта оҫтаһы булып киткән,ти. Ул матур-матур йорттар төҙөп, халыҡты ҡыуандырып йәшәгән.
Ағалы-ҡустылылар әле лә татыу, бер-береһе менән ҡатышып, аралашып ғүмер кисерәләр, ти.

Алтынай ТЕЛӘҮСИНА, II синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Ишмырҙа ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас