+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2022, 16:30

Телебеҙ йәшәйәсәк!

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Ошо айҡанлы районыбыҙҙың бөтә белем биреү усаҡтарында, мәҙәниәт йорттарында, китапханаларында ҙур саралар үткәрелә. 

Халҡыбыҙҙың бай, саф телендә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү!
Ошо уңайҙан район үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнөнә арналған "Йомро, йомро йомғағым", "Торна һәм Төлкө" исемле башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса ҡурсаҡ театры тамашаһы булды. Сара район мәҙәниәт һарайының "Наҙлыйылға" халыҡ театры тарафынан ойошторолдо. Театр тамашаһынан һуң балаларға “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә “Өләсәйем һандығы” исемле фольклор сәғәте үткәрелде. Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова уҡыусыларға милли биҙәүестәр, йолалар тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. Балалар был саранан рухи аҙыҡ алып, тылсымлы әкиәт илендә яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәнеп ҡайтты. Йәш быуынға өлгө күрһәткәне, телебеҙгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятҡаны өсөн ойоштороусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Әйткәндәй, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры режиссёры Фәймә Аҡъюлова етәкләгән “Наҙлыйылға” халыҡ театры, үҙешмәкәр актёрҙары тарафынан ҡурсаҡ театры тамашалары ғына түгел,  тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа төшөрөлә. “Гармунсы дуҫ”, “Ике йөрәк, ике аҡҡош”, “Аҡлы-ҡаралы донъя”, “Ниңә беҙҙең фамилияның ауыҙы асыҡ?”, “Тамырҙар”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Шәһиттең үҫмер сағы” фильмдары төшөрөлгән. Ошо йылда “Әсә күңеле балала” исемле спектакль сәхнәгә сыҡты. Хәҙерге ваҡытта “Алты ҡыҙға бер кейәү” исемле спектаклдең репетицияһы бара. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, күркәм йолаларын бергә туплап, әлеге көнгә тиклем килтереп еткергән башҡорт телен популярлаштырыуға, һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән милләттәштәребеҙҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тимәк, телебеҙ йәшәйәсәк, киләсәк быуынға тапшырыласаҡ.

 

 

Гөлкәй Аллабирҙина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се мәктәп.

 

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: