+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2022, 06:20

Туған телем

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

 

Башҡорт теле - минең туған телем,

Яғымлыраҡ телде белмәйем.

Туған телем - минең тыуған илем,

Ғәзиз ерем, атай-әсәйем.

  

Туған телем аша беләм

Башҡортомдоң данлы тарихын,

Бөйөк кешеләрен күрәм,

Халҡым йолаларын, ҡурайын.

  

Башҡорт теле - минең туған телем,

Һинһеҙ башҡа йәшәй алмам,

Туған телем - һүнмәҫ шишмәм,

Һәр саҡ һиңә тоғро ҡалам!

Айнагөл ХАФИЗОВА, VII синыф уҡыусыһы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

 

Туған телем
Туған телем
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас