

Тыуған илем – Башҡорт иле,
Туған телем – башҡорт теле.
Телемде лә яратам,
Илемде лә яратам!
Был өҫтәл, ә был сәскә!
Тыңла, яңғырай нисек?!
Матур телем донъяһына
Асыла алтын ишек!
Һөйләшәм мин үҙ телемдә,
Бергә йырҙар йырлайбыҙ.
Һәр тарафта берҙәм булып,
Телебеҙҙе ҙурлайбыҙ!
Зарина Петрова, II синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы мәктәбе.