+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2022, 05:21

Туған телем - хазина

Халыҡ-ара башҡорт теле көнөндә күңелгә үҙенән-үҙе мине үҫтергән, уҡытҡан, кеше һәм шәхес иткән ғәзиз туған телемә арналған шиғыр килде. Тел һәм рухиәт байрамыбыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле милләттәштәрем!

 

Туған телем - хазина ла,

Мөғжизә лә ул миңә.

Мин - башҡорт, тип ғорурланып

Йөрәгем минең тибә!
 

Ниндәй бәхет, милләттәш, тип

Өндәшеү туған телдә!

Шатланып ғәзиз телмәргә

Йәшәүе бергә-бергә!
 

Яралғанһың туған телем

Быуаттар төпкөлөндә.

Һаҡла телеңде, башҡортом,

Һөйләш туған телеңдә!

 

Гөлдәриә ЙОСОПОВА.

Фото "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас