+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2022, 10:40

Уҡытыусым

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

Юҡҡа ғына уҡытыусыларҙы әсәйҙәргә тиңләмәйбеҙ. Сөнки белем биреүҙән тыш, уларҙа бит балаларҙы тәрбиәләй,үҫтерә,киләсәккә әҙерләй. Ә был эш еңел түгел.
Әсәйемдән айырылып, мәктәпкә барыуы ауыр тойолдо. Әммә ишек алдында ҡояштай нурлы йөҙлө, йомшаҡ тауышлы, йылы ҡарашлы уҡытыусым ҡаршы алыуы булды, шунда уҡ бар ҡурҡыуым юҡҡа сыҡты. Шул ваҡыттан алып күңелемдә ошо һөнәргә ҡарата һөйөү уянды.
Матур итеп саф башҡортса һөйләүем, мәҡәләләр яҙыуым, яттан "Урал батыр" эпосын яратып башҡарыуым - былар барыһы ла башҡорт теле уҡытыусыһының тырышлығы һөҙөмтәһе.

Сибай интернат-гимназияһына күсеп, башҡорт теле уҡытыусыһы менән танышҡандан һуң был һөнәргә һөйөүем тағы ла арта төштө.  Әлнисә Кәримова-Алдырханова уҡытыусы ғына түгел, яҙыусы-журналист та. Балаларҙа туған тел дәресенә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу, толерантлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләй ул. Процесты ябайлаштыра, әммә мәғлүмәтте ҡатмарламай. Уҡытыу өсөн шәп атмосфера булдыра, уҡыусыларын дәртләндерә. Кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табып, мөғәмәлә итә белә. Шул уҡ ваҡытта хикәйә, әҫәрҙәр ижад итеп, әленән-әле ойошторолоп торған конкурс, олимпиадаларға беҙҙе әҙерләп тә өлгөрә. Уның уҡыусылары тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ юлдарын табып, йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы шәхестәр булып үҫәләр. Бына ниндәй минең башҡорт теле уҡытыусым!


 Альбина  ФӘХРИСЛӘМОВА, IX «В» синыфы уҡыусыһы.

Сибай ҡалаһы.

Уҡытыусым
Уҡытыусым
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас