

«Аҡ тирмә»нең етәксеһе Рәйсә Күзбәкова “Урал батыр мәктәбе» тураһында ентекле итеп һөйләне. Был проект 2020 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проект авторы — билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, концепция авторы - Фәнил Күзбәков. «Урал батыр мәктәбе» бөйөк эпосыбыҙ аша йәш быуында илһөйәрлек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, рух, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Дөйөм алғанда, программа 10 йүнәлештән тора. Мәҫәлән, 4-се йүнәлеш - "Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр." Эскелек, наркомания һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙең зыяны тураһында аңлатыу.
Республикала "Урал батыр мәктәбе" буйынса эшләгән мәктәптәр, айырым синыфтар бар. Киләсәктә улар тағы ла күбәйер, балаларҙа "Урал батыр" эпосы менән ҡыҙыҡһыныу тағы ла артыр, тип ышанабыҙ.
Автор фотолары.